Спорт һәм туризм
6 Март 2020, 12:01

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хоккей уйнай!

“Ағиҙел”дәр алдынғылыҡты бирмәй.

Гүзәл зат вәкилдәре лә хоккей уйнай. Өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы Ҡышҡы Олимпия уйындары исемлегенә индерелгән. Эйе, был матчтарҙа, ир-егеттәрҙекенән айырмалы, уйын тиҙлеге әкренерәк, шайбаны ташлау көсһөҙөрәк, тик бына еңеүгә булған ышаныс шулай уҡ көслө һәм самими!


“Ағиҙел” – “Салауат Юлаев” хоккей клубына ҡараған ҡатын-ҡыҙҙар командаһы. Ул – 2017 – 2018, 2018 – 2019 йылдарҙағы уйын миҙгел­дәрендә уҙғарылған Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионы. Быға тиклем ошондай чемпионатта дүрт бронза һәм ике көмөш миҙал яулағайны.

Яҡташтарыбыҙ өсөн Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының плей-офында ҡатнашыу хатта бер матур йолаға әйләнгән тип әйтергә мөмкин. Уйындарҙа улар үҙҙәрен тотороҡло һәм ышаныслы тота.


Әйткәндәй, командабыҙҙан Анна Пругова менән Мария Сорокина – иң ышаныслы ҡапҡасылар. Тағы өсәү – Алена Миллс, Ольга Сосина һәм Мария Баталова – иң яҡшы биш уйынсы иҫәбендә. Ә Ольга – бомбардирҙар һәм снайперҙар исемлегендә дүртенсе урында килә.


1 мартта “Ағиҙел” “Бирюса” командаһын еңде һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының финалына сыҡты. Ҡыҙҙарыбыҙ Алена Миллс, Елизавета Роднова һәм Элина Митрофанова Красноярск ко­мандаһының ҡапҡаһына яуапһыҙ өс шайба индерҙе. Байрам көн­дәрендә – 7-8 мартта – “Ағиҙел” хоккейсылары “Ванке Рэйз” ко­мандаһы менән осрашасаҡ.


“Ағиҙел” хоккей клубы 2010 йылдың 31 авгусында Рәсәйҙә ҡа­тын-ҡыҙҙар хоккейын үҫтереү маҡсатында барлыҡҡа килгәйне. Ә Рәсәйҙә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы 2015 йылда булдырылды. Уға һигеҙ команда инә.


Шулай итеп, “Ағиҙел” – илдәге иң яҡшы команда. Әле ул ал­дынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй.

“Бар командалар ҙа ҡыҙҙары­быҙҙың нисек уйнағанын белә. Һәр ваҡыттағыса, тик беренселекте яуларға тырышабыҙ. Беҙ заманса хоккей уйнайбыҙ”, – тигәйне күптән түгел “Ағиҙел”дең баш тренеры Денис Афиногенов.


Тимәк, матур яҙ байрамы көн­дәрендә лә ҡыҙҙарыбыҙ еңеү яуламай ҡалмаҫ, моғайын. Уларға уңыштар теләйек.
Читайте нас