Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда “Авангард” командаһы менән сираттағы мәртәбә осрашты.
Сериялағы дүртенсе матчты ҡарарға һигеҙ меңдән ашыу кеше килгәйне. Тик бына еңеү генә беҙҙеке булманы: “Авангард” бөгөн 5:1 иҫәбе менән өҫтөнлөк алды. Командабыҙҙан күрше ҡапҡаға ни бары бер шайба индерҙеләр: Тему Хартикайнен биш уйын рәттән үҙ иҫәбенә мәрәй яҙҙы. “Авангард” үҙ мөмкинлектәрен ҡулынан ысҡындырманы.
Николай Цулыгин ҡапҡасы Юха Метсоланы Андрей Кареевҡа алмаштырһа ла, был хәл беҙгә ярҙам итмәне. Серияла иҫәп - 2:2.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.