Спорт һәм туризм
14 Марта 2020, 16:40

Афарин, ышанысты аҡланылар!

Хәйбулланың киң далаларын иңләгән башҡорт аттары үҙ ере данын лайыҡлы яҡлап ҡайтты.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры үтте.
Икенсе миҙгелдең тәүге этабында ҡатнашыусылар араһында иң күп юртаҡтар Хәйбулла районынан булды. Район хакимиәтендәге аналитика бүлегенең баш белгесе Сәлимә Байгилдина әйтеүенсә, еңеүселәр араһында икенсе урынды Айгиз Тажетдинов яулаған, Марат Латипов иһә дүртенсе килгән. Бәйгеселәрҙең икеһе лә Степной ауылынан.
Хәйбуллалар Өфөгә бай күргәҙмә лә алып килгәйне. Районда ғына түгел, тотош республикала киң билдәле Вәзәм шәлдәрен Гөлназ Сурина тәҡдим итһә, фермер Мәреүәт Байғужина үҙе етештергән продукция менән хайран итте. Шулай уҡ Эльвира Юнысованың төрлө аҡ ризыҡтарын, бигерәк тә ҡороттарын халыҡ яратып ҡабул итте.
Хәйбулла далаларында иркен иңләгән башҡорт аттары бөгөн шулай баш ҡалала үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтеп ҡайтты.
Фотолар: Сәлимә Байгилдина һәм ufacity.info
Читайте нас