Тарихи шәхес, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Алдар батырҙың төйәгенә урындағы ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары йыйылды. Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, “Алға” ассоциацияһы президенты Михаил Лукьянов ҡатнашты.
Милли батырыбыҙҙың рухы шатланыр
Ҡунаҡтарҙы “Алтынай” вокаль ансамбле йыр-бейеү менән ихлас ҡаршы алды. Әтектәр арҙаҡлы бабалары – тарханлыҡ дәрәжәһенә өлгәшкән Алдар Иҫәкәевтең (Иҫәнгилдин) тормош юлын һәм яуҙарҙағы батырлығын тағы бер тапҡыр ҙурлап иҫкә алды. Бөрйән ырыуы батырына ҡуйылған һәйкәлгә гөлләмә һалғас, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ришат Шәрипов һүҙ алып: “Бөгөн Әтектә ҙур байрам. Ҡасандыр бик матур йола булып нәҡ Алдар батырҙың төйәгендә баш алған батыр исемендәге кубокка милли көрәш ярышы бөгөн тағы ла йөкмәткелерәк булып, географияһын киңәйтеп тергеҙелә. Алдар Иҫәкәев исемендәге турнир бөгөн иң-иңдәрҙе танытасаҡ. Артабан ошондай рухлы, йәш быуынға милли асылыбыҙҙы һеңдерә, уны матур күсәгилешлек традицияларында тәрбиәләй торған саралар тағы ла йышыраҡ үтер. Шуныһы мөһим: милли батырыбыҙҙың рухы шат булыр, уның миҫалында майҙан тотор егеттәр үҫер, киләсәгебеҙҙе ҡайғыртыр быуын ҡалҡыр”, – тине.
Алыш та бар, һалыш та бар
Бөрйән ырыуы батыры, Бөрйән улысы старшинаһы, Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең тарихына үҙ исемен быуаттар һуҙымында юйылмаҫлыҡ итеп яҙа алған олуғ шәхес – Алдар Иҫәкәев (Иҫәнгилдин) исемендәге күсмә кубокка милли көрәш буйынса турнир бар ғәмдең иғтибарын батырҙар бил һынашыр майҙанға ғына түгел, тарих сөңгөлөнә лә алып китте.
Алдар батыр, исеменән алда батырлығы, даны йөрөгән легендар шәхес, XVII быуаттың 70-се йылдарында Бөрйән улысының Ҡана йылғаһы буйындағы Алдар (аҙаҡ Әтек) ауылында донъяға килгән. Атаһы Иҫәнгилде лә, олатаһы Ҡәҙербәк тә тоҡомло тархандар (дворяндар) булған. Улар тарханлыҡты Ҡырым походтарындағы батырлыҡтары өсөн алған. Алдарҙың бер туған ағаһы Айытҡужа Иҫәкәев Һаҡмар ҡушылдығы булған Таулы йылғаһы буйында (Баймаҡ районының Этҡол ауылы) йәшәй. Алдарҙың улдары Морат, Муса, Йосоп, Мәҡсүт, Мансур, Мысыр, Сәйетбаттал, Бәхтегәрәй, Әҙелгәрәй Алдаровтар ҙа – тархан, йәғни дворяндар нәҫеленән.
Тарихтан беҙгә Алдар батыр рус армияһының Аҙауға икенсе походында күрһәткән батырлыҡтары аша таныш. Аҙау ҡәлғәһен утҡа тотҡас, рус армияһы төрөктәргә яуһыҙ-ниһеҙ бирелергә тәҡдим яһай. Тегеләр баш тарта һәм илселәр аша, ике яҡтан ике батыр ҡылыс һуғышында көс алышһын, ти. 70 меңлек рус ғәскәренең намыҫын һәм данын яҡлау Алдар батыр өлөшөнә төшә. Черкес батыры менән үлемесле алышта Алдар еңә – был инде рус армияһының еңеүенә ҙур өлөш, ишара була. Ошо походта Алдар тағы бер батырлыҡ күрһәтә – дошман тылына үтеп инеп, бик ҡиммәтле мәғлүмәтте белгән “тел”де әсирлеккә төшөрә. Ошо батырлыҡтары өсөн Петр Беренсе батша Алдар батырға ярлыҡ-грамота, алтын ҡынлы ҡылыс бүләк итә, уға, уның балаларына, ейәндәренә тарханлыҡ бирә.
1706 йылда Алдар Иҫәкәев Осман империяһының Ҡырым ханлығына илсе булып бара. Батша власы башҡорттарҙы ныҡ ҡыҫымға алғас, Алдар батыр халыҡты ихтилалға күтәрә. 1704–1711, 1736–1740 йылғы ҡанлы башҡорт ихтилалдарының етәксеһе булараҡ тарихҡа ингән шәхес тә ул. Баш бирмәҫ башҡортто рус батшаһы ярандары хәйлә менән ҡулға ала – 1740 йылда Ырымбур комиссияһы башлығы генерал-лейтенант В.А. Урусов уны, йәнәһе, һөйләшеүгә тип саҡырта һәм артабан Татарстанға, Минзәләгә башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы генерал Л.Я. Соймоновҡа оҙата.
Алдар батыр үҙенең яуҙаштары менән бергә ҡаты һынауға дусар була: 1740 йылдың 16 мартында үҙе ҡасандыр Аҙау походында ғүмерен аямай алышҡа сығып, тотош империяның данын, намыҫын яҡлаған, ошо сәбәпле үҙенә тарханлыҡ биреп ололаған батшалыҡтың мәкер-фарманы менән оҙаҡ һәм ҡаты язалауҙарҙан һуң, дарға аҫып үлтерелә...
“Эйе, батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын мине лә Тыуған ил”, – тип юҡҡа әйтмәгән яугир-шағир Мәлих Харис. Халҡыбыҙ тарихына үҙенең исемен алтын хәрефтәр менән яҙған шәхесебеҙҙе, милли батырыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Онота торған булһаҡ, тарих ғали йәнәптәре беҙҙе үҙе ғәфү итмәҫ, ата-бабаларыбыҙҙың рухы рәнйеп ятыр...
Әтек мәктәбе көрәшселәр майҙанына әйләнде
Сара Әтек мәктәбенең спорт залында дауам итте. Турнирҙа ҡатнашасаҡ ауыл командалары үҙҙәренең ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары етәкселегендә залға үтте. Ә инде ҡунаҡтар, етәкселәр көрәш майҙанына сығасаҡ егеттәргә ҡеүәт һүҙен еткерҙе, байрам менән тәбрикләне. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов та майҙан тотҡан йәш батырҙарға фатиха бирҙе, еңеүгә дәртләндерҙе.
Әтек мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Зәйнулла Хәкимов ярыш шарттары менән таныштырғас, район спорт мәктәбе тренеры Артур Ямғурсин ике егетте башлап көрәштереп, ярыштың ниндәй юҫыҡта буласағын күрһәтте.
Ярыштың, билдәле, еңеүсеһе лә була. Ҙурҙан ҡубып әҙерләнгән әтектәр был сараға: ярыштарҙың төп бағыусыһы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов биш ауырлыҡ үлсәмендәге еңгәндәр өсөн биш һарыҡ алып килгән. Шулай уҡ байрамға ғәмгә сәм, ярышҡа бәҫ өҫтәгән бағыусылар араһында Станислав Чернов, Альберт менән Азат Баймөхәмәтовтар, Альберт Сәлихов, Роберт менән Инсур Баймөхәмәтовтар, Райман Ғәҙәмшин, Әмир Бейембәтов, Ринат Хәлитов, Нурзиә Ишбаева, Мәүсилә Ямғурсина, Ирек Шәмиғолов та бар.
Район спорт мәктәбе Артур Ямғурсиндың тәҡдиме менән тергеҙелгән был турнир артабан да дауам итәсәк, тип белдерҙе етәкселәр.
Шулай итеп, төрлө йәш төркөмөнә ярашлы үҙҙәренең ауырлыҡ үлсәмдәрендә Динар Әлибәков (Аҫҡар), Батыр Ишбулатов (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), Вадим Буранбаев (Байназар), Рушан Алтыншин (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), Морат Ҡолмәнбәтов (Әтек), Ризуан Әбләев (Әтек), Айҙар Атауллин (Байназар) беренсе урынды яуланы.
Йәҙгәр Иҙрисовҡа (Әтек) – “Иң йәш көрәшсе”, Ирәмән Вәлиевкә – “Еңеүгә ихтыяр көсө” (Ҡолғана), Арсений Мырҙағоловҡа (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе) “Иң яҡшы техника өсөн” номинацияларында приздар тапшырылды. Команда беренселегендә еңгән Иҫке Собханғол Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә (етәксеһе Артур Ямғурсин) Алдар батыр кубогы тапшырылды. Икенсе урында – Байназар (етәксеһе Флүр Дәүләтшин), өсөнсө урында – Әтек мәктәбе (етәксеһе Зәйнулла Хәкимов) командалары.
Һәр ауырлыҡ үлсәме еңеүселәре яурындарына тәкә йә һарыҡ йөкмәп, бүләктәр, грамоталар, рәхмәттәр һәм алҡыштар алып ҡыуанды. Номинация еңеүселәре лә, ошо матур ярыштарҙы тергеҙеп, халыҡҡа кире ҡайтарған Артур Ямғурсин да бүләкһеҙ ҡалманы.
Эйе, булыр илдең балаһы бер-береһен батыр тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһен бахыр тиер, ти халыҡ.
Яҡташтары, ауылдаштары Бөрйән ырыуының легендар батыры, тарихта батырлығы менән дан ҡаҙанған Алдар Иҫәкәевтең рухын шундай матур турнир үткәреп, үлемһеҙ батырыбыҙҙың исемен киләсәк быуын йөрәгенә уйып, рухына һеңдереп, башҡорт киләсәгенә рухи инвестиция һалды. Эштәренә – ҡеүәт, тиергә генә ҡала.
Әйткәндәй, ошондай спорт ярыштары, рух күсәгилешлеген тәьмин иткән саралар райондың 12 ауыл биләмәһендә лә үтәсәк, тик ниндәй спорт төрөнә өҫтөнлөк биреп, ҡайһы шәхестәрҙе күтәреү-данлауҙы урындағы хакимиәттәр үҙҙәре хәл итәсәк, тине Ришат Булат улы.