Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы билдәле бер квалификацияға эйә булған йәш спортсыларҙы арауыҡта уҡытыуҙы ойоштороу ғына түгел, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе ошо уйын менән таныштырыу бурысын ҡуйғайны. Уны үтәү маҡсатында Шахмат федерацияһы, “Толпар” спорт клубы үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе иғлан ителгәндән һуң бер тәүлек эсендә республикалағы барлыҡ уҡыусылар өсөн онлайн-дәрестәр үткәрә лә башланы. Шул уҡ ваҡытта лекцияларҙың бер өлөшө шахматта тәүге аҙымын яһағандар өсөн тәғәйенләнә. Лекциялар Башҡортостандың электрон белем биреү порталында (
https://edu.bashkortostan.ru/schedule-remote-sessions/) урынлаштырыла. Әле унда 20-гә яҡын лекция бар. Дәрестәр “Толпар” интеллектуаль уйын клубы нигеҙендә уҙғарыла. Бөгөн унда 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.