Коронавирус пандемияһы арҡаһында быйыл май аҙағында үтергә тейешле “ЗаБег.РФ” ярыммарафоны ла августа үтер тип күҙаллана.
Сараны ойоштороусылар ошо хаҡта белдерҙе. “Геройҙар лигаһы” етәксеһе Ксения Шойгуның әйтеүенсә, был ярыммарафонда йүгереүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк. Ә был – лиганың төп ҡиммәте һәм төп эш йүнәлеше.
Шулай итеп, 2 авгусҡа тиклем вирус менән сикләүҙәр бөтөрөлөр һәм тормошобоҙ ҙа элекке рәүешенә ҡайтыр, тип өмөт итә ойоштороусылар.
Алдан планлаштырыу буйынса Өфөлә был күмәкләп йүгереү 31 майҙа “Торатау” конгресс-холы алдынан башланырға тейеш ине. Барыһы ла яҡшы булһа, 2 августа Мәскәү ваҡыты менән иртәнге 9-ҙа спортсылар ошо уҡ урында – 21,1 саҡрымға, артабан 10,5 һәм 1 километрға йүгерәсәк тип күҙаллана. Әйткәндәй, Рәсәй ҡалаларында үткәреләсәк был сараны “Матч.Ил” телеканалы күрһәтәсәк.
Ҡыҫҡаса белешмә ярыммарафон беренсе тапҡыр өс йыл элек Рәсәйҙең 10 ҡалаһында бер юлы башланғайны. 2019 йылда – илдәге 15, былтыр иһә 19 ҡала вәкилдәре ҡатнашҡайны.