Уның социаль селтәрҙәге ошо хаҡтағы видеояҙмаһы көйәрмәндәрҙә төрлө фекерҙәр уятҡан. Уларҙың ҡайһы берҙәре: “Нисәнсе дублдән ташланы икән?” – тип һорап яҙған, икенселәре: “Беренсе тапҡырҙанмы йәки икенсенәнме, был трюкты бик һирәктәр генә атҡара ала”, – тип белдергән. Бына шулай. Спортсылар буш ятыуҙы белмәй, даими күнекмәләр эшләй һәм көйәрмәндәрҙе хайран ҡалдыра.