Спорт һәм туризм
16 Мая 2020, 19:45

“Салауат Юлаев” хоккейсылары күпме эш хаҡы ала?

Был һандар, моғайын, һеҙҙе уйландырмай ҡалмаҫ.

Хоккей, футбол менән шөғөлләнгән спортсыларҙың эш хаҡы юғары икәне бер кем өсөн дә сер түгел. Ысынында һүҙ ниндәй суммалар тураһында бара тип уйлайһығыҙ? Миллиондар, әлбиттә.
“Салауат Юлаев” клубының элекке швед һөжүмсеһе Линус Умарк киләһе миҙгел өсөн 120 миллион һум тәҡдим итһәләр, Башҡортостанда ҡалырға теләк белдергән. Әммә бында ла эш хаҡының “түбәһе” бар икән. Баҡһаң, икенсе легионер, фин форварды Теему Хартикайнен үҙенең контрактын 90 миллион һумға яңыртҡан. Ул бонустар менән бергә 115 миллион һумға тиклем барып етә ала, тип хәбәр итә Betting Insider баҫмаһы. Яңы килгән Маркус Гранлунд менән “Салауат Юлаев” 70 миллион һумға контракт төҙөргә риза, ә үҙенең тәрбиәләнеүсеһе Михаил Воробьевҡа – 35 миллион һум.
Командабыҙҙың тағы ике легионеры Филип Ларсен менән Юха Метсола миҙгел өсөн 80-әр миллион һум ала, ә Сакари Маннинен – 60 миллион һум.
Ҡыҙыҡ булһа, бына “Салауат Юлаев”тарҙың эш хаҡы: Теему Хартикайнен – 90 млн һум, Юха Метсола – 80 млн һум, Филип Ларсен – 80 млн һум, Сакари Маннинен – 60 млн һум, Никита Сошников – 60 млн һум, Дмитрий Кугрышев – 50 млн һум, Александр Кадейкин – 50 млн һум, Григорий Панин – 45 млн һум, Павел Коледов – 35 млн һум, Владимир Жарков – 35 млн һум, Петр Хохряков – 35 млн һум, Евгений Лисовец – 25 млн һум, Владислав Картаев – 25 млн һум, Вячеслав Солодухин – 25 млн һум, Евгений Бирюков – 20 млн һум, Дмитрий Коробов – 20 млн һум, Эдуард Ғиматов – 8 млн һум.
Фото: Валерий Шахов.
Читайте нас