Ни тиһәң дә, спорт – тормошобоҙҙо әүҙемләштереүсе, яңы үрҙәргә, сәләмәтлеккә әйҙәүсе өлкә ул. Төрлө матч-ярыштарҙың ҡайтанан тергеҙелеүен хәҙер күптәр түҙемһеҙләнеп көтә. Футбол һөйөүселәргә иһә матур яңылыҡ бар: Рәсәй Футбол союзының башҡарма комитеты 21 июндән был спорт төрө буйынса чемпионатты тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Командалар ашығыс арала, бер ай эсендә, һигеҙ матч уҙғарасаҡ.
Шулай итеп, был сара бик үҙенсәлекле шарттарҙа үткәреләсәк. “Өфө” клубы генераль директоры Шамил Ғәзизов ошо хаҡта: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миҙгелдә ҡаралған бар матчтар ҙа тамашасыларһыҙ уҙасаҡ. Уйын майҙанында футболсылар, тренерҙар штабы һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре генә буласаҡ. Яңы регламентҡа ярашлы, баш тренер бер матч буйына биш алмаштырыу хоҡуғын аласаҡ. Элекке йылдарҙағы кеүек, һуңғы урынға сыҡҡан ике клуб Премьер-лига менән хушлашасаҡ, ә уларҙың урындарын Футбол милли лигаһының ике уйынсыһы биләйәсәк”, – тип белдергән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына.
Шулай итеп, был матчтарға әҙерлек башланды, тиһәк тә була. 18 майҙа “Өфө” футболсылары, тренерҙары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр баш ҡалабыҙҙа йыйылды һәм коронавирус инфекцияһына анализ биргәйне. Бер кемдә лә COVID-19 табылмаған. Күнекмәләр бар санитар нормаларға ярашлы үткәреләсәк.
“Өфө” футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшселәр иҫке япманы ала башлаған. Өҫтәүенә һауа шарттары ла бының өсөн ҡулайлы. Баш ҡалалағы стадион өсөн яңы япманы Италиянан килтергәндәр. Быға тиклем клуб етәкселеге, “Нефтсе”лә тәбиғи газон өсөн шарттар юҡ, тип белдергәйне.
Әйткәндәй, үҙеңде изоляциялау осорон футболсылар нисек үткәргән? “Өфө” футбол клубы ярымһаҡсыһы Оливье Тилль, тыуған яғында пандемияға бәйле хәлдең бик хәүефле булыуы сәбәпле, был ваҡытта Люксембург ҡалаһына ҡайтмаған, Өфөлә ҡалыуҙы хуп күргән. Башҡорт командаһынан тағы ете уйынсы ауыр осорҙа Башҡортостанда йәшәүҙе сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙерәк тип тапҡан.
Команданың баш тренеры Вадим Евсеев күнекмәләр һәм уйындар туҡталып торған осорҙа лиганың төп спикерына әйләнгән. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә көйәрмәндәр, спорт һөйөүселәр менән әүҙем аралашҡан.
Үҙеңде изоляциялау мәлендә күп кенә уйынсылар ҙа үҙҙәренең видеоблоктарын алып барған. Ә бына Вячеслав Кротов ҡатыны менән футбол ғаиләһе хаҡында бик ҡыҙыҡлы видео төшөргән. Ҡапҡасы Александр Белегов подъездағы баҫҡыстарҙа күнекмәләр эшләүе хаҡында бәйән иткән.
Ҡайһы бер легионерҙар тыуған яҡтарына ҡайтҡан һәм әле, сит илдәр менән сиктәрҙең бикләнеүе сәбәпле, Рәсәйгә кире килә алмаған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Өфө”лә Ловро Бизяк, Боян Йокич, Андреас Вомбергар (өсәүһе лә Словениянан), Джемал Табидзе (Грузия) һәм Йонуц Неделчару (Румыния) уйнай ине. Башҡорт командаһының башҡа сит илдәрҙән уйынсылары Оливье Тилль (Люксембург), Остон Урунов (Үзбәкстан), Кэтэлин Карп (Молдавия) пандемия осоронда Өфөлә йәшәргә ҡалған. Уларға хәҙер илебеҙгә кире килеү өсөн ике юл бар: тәүгеһе барыһының да бергә Рәсәйгә юлланыуы булһа, икенсеһе – матчтар уларһыҙ үткәреләсәк һәм был футболсылар урынына йәш составтарҙан уйынсылар йәлеп ителәсәк. Әгәр улар Рәсәйгә кире килә алһа, ике аҙна изоляциялау осорон үтергә тейеш.
Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән тренерҙар һәм футболсылар иһә Өфөгә ҡайта башланы. Мәҫәлән, спорт һөйөүселәргә киң билдәле һөжүм итеүсе Вячеслав Кротов Ҡырымдан баш ҡалабыҙға автомобилдә килгән. Юл ыңғайы ул Кубандәге Славянскиҙан ярымһаҡсы Николай Гиоргобианиҙы машинаһына ултыртҡан. Ә Дондағы Ростовта форвард Гамид Агаларовты үҙҙәре менән бергә алғандар.
Һамар ҡалаһында иһә уларҙы футболсы Кирилл Фольмер көтөп торған. Шулай итеп, яратҡан командабыҙ уйынсылары 2700 километр юлды йоҡламайынса 30 сәғәттә үткән, тип хәбәр итә “Өфө” клубының матбуғат хеҙмәте.
Баш тренер Вадим Евсеев та Мәскәүҙән Өфөгә үҙенең еңел машинаһында килгән. Шулай итеп, ул 14 сәғәт ваҡытын рулдә үткәргән. Социаль селтәрҙә тренер үҙенең хис-тойғоһо хаҡында яҙған: “Әйтерһең дә, баш ҡалабыҙҙан бер ҡайҙа ла китмәгәнмен”, – тигән ул.
Әйткәндәй, көйәрмәндәрҙең һәм спорт һөйөүселәрҙең, әлбиттә, уйындарҙың нисек үтеүен күргеһе килә. Ә уларҙың барышы менән таныштырыу хоҡуғына “Матч ТВ” каналы ғына эйә. Ошондай осраҡта “Өфө” футбол клубының, был хоҡуҡтарҙы һатып алып, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар компанияһына тапшырғаны бар. Команда етәкселеге ошондай тәҡдим менән “Матч-ТВ” каналына сыҡмаҡсы. Был көйәрмәндәрҙең һәм спорт һөйөүселәрҙең яратҡан командаһының уйындарын ҡарай алһын өсөн эшләнә.