Бөгөн Башҡортостанда үҙ-үҙеңде изоляциялауҙан һуң тәү тапҡыр “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры уҙа.
“Әлегә тамашасыларһыҙ үтә, әммә биш телевизион каналда (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар каналы, UTV, “Вся Уфа”, “Конный мир”, “СтартТВ”) һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтелә. Был – “Аҡбуҙат” ипподромында үткәрелгән өсөнсө республика ат спорты турниры. Шуға сәғәт теүәл 12-лә телевизорҙы ҡабыҙып, Архангел, Бөрө, Иглин һәм Салауат райондары юртаҡтарын ҡарайбыҙ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Терра Башҡортостан” турниры беренсе тапҡыр 2019 йылда үткәрелгәйне. Ул республиканың 100 йыллығына арналды.
Турнирҙың маҡсаты – республиканың муниципаль райондарында йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү ярҙамында башҡорт аттары генофондын булдырыу һәм арттырыу. Бынан тыш, ошондай саралар ярҙамында милли йолалар һаҡланасаҡ, сәләмәт тормош алып барыу пропагандаланасаҡ.
Фото: vk.com/radiyhabirov