Спорт һәм туризм
29 Май 2020, 06:32

“Торос”та – яңы баш тренер

Нефтекаманың “Торос” хоккей клубы коман­даның тренерҙар штабын ойош­торҙо. Хәҙер уға Валерий Дәүләтшин етәкселек итәсәк.

Нефтекаманың “Торос” хоккей клубы коман­даның тренерҙар штабын ойош­торҙо. Хәҙер уға Валерий Дәүләтшин етәкселек итәсәк.


Уның менән хеҙмәт килешеүе бер миҙгелгә төҙөлгән. Валерий Дәүләт­шинға Борис Тимофеев ярҙам итәсәк. Ә команданың физик әҙерлеге өсөн быйыл “Торос” командаһында 11-се миҙ­гелдән һуң хоккейсы карьераһын тамамлаған Станислав Голованов яуап бирәсәк. Ҡапҡасылар менән иһә Матвей Морозов эшләйәсәк.


Белешмә. Валерий Рафиҡ улы Дәүләтшин 1964 йылда тыуған. Ул – спорт мастеры, Өфө хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Валерий Рафиҡ улы матчтарҙа һаҡсы булып ҡат­нашҡан. 1995 йылда үткәрелгән Милләт-ара хоккей лигаһы чемпионаты призеры. Ошо уҡ йылда ул Федерацияның Европа кубогын яу­лаған. “Авангард” (Өфө, 1982 – 1989 йылдар) һәм “Салауат Юлаев” ко­ман­даларында (1983, 1985, 1989, 1991 –1995 йылдар) уйнаған. Валерий Дәүләтшин “Салауат Юлаев” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктә­бендә, Континенталь хоккей лига­һының “Амур” клубында тренер булып эшләгән. Бынан тыш, ул Ха­баровскиҙың “Амур юлбарыҫтары” йәштәр хоккей командаһы һәм Түбәнге Новгородтың “Скиф” ҡатын-ҡыҙҙар командаһының баш тренеры булған. Һуңғыһы 2013/2014 йылғы уйын миҙгелендә чемпион тип танылған. Өҫтәүенә Валерий Дәүләтшин Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһының тренерҙар штабында ла эшләгән.
Читайте нас