Спорт һәм туризм
29 Май 2020, 06:31

Юртаҡтарға бер ни кәртә түгел!

Башҡорт өсөн һыбай сабыу элек-электән мәртәбәле шөғөл һаналған. Атта йөрөү күңелдә ҡабатланмаҫ, онотолмаҫ тойғолар ҡалдыра. Ә ат сабыштарын ҡарау – үҙе бер тамаша!

Башҡорт өсөн һыбай сабыу элек-электән мәртәбәле шөғөл һаналған. Атта йөрөү күңелдә ҡабатланмаҫ, онотолмаҫ тойғолар ҡалдыра. Ә ат сабыштарын ҡарау – үҙе бер тамаша!


Ошо көндәрҙә Башҡортос­танда үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан һуң тәү тапҡыр III “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры уҙҙы. Тик бына Т. Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында ойошторолған сара һәр кемгә мәғлүм сәбәптәр менән тама­шасыларһыҙ үтте. Әммә был ҡатнашыусыларҙың да, көйәрмәндәрҙең дә күңелен һис төшөрмәне. Ни тиһәң дә, ике ай буйы көттөк ошо сабыштарҙы!
“Әлегә тамашасыларһыҙ үтә, әммә биш телевизион каналда (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм радио­тап­шырыуҙар каналы, UTV, “Вся Уфа”, “Конный мир”, “СтартТВ”) һәм социаль сел­тәрҙәрҙә күрһәтелә. Был – “Аҡ­буҙат” ипподромында үткәрелгән өсөнсө республика ат спорты турниры, шуға күрә сәғәт теүәл 12-лә теле­визорҙы ҡабыҙып, Архангел, Бөрө һәм Иглин райондары юртаҡтарын ҡарайбыҙ”, – тип яҙғайны социаль селтәр­ҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Был юлы Архангел, Бөрө һәм Иглин юртаҡтары беренселек өсөн алышты. Шуны­һы: сара бар санитар талап­тарға ярашлы, йәғни битлек һәм бирсәткәләр кейеп ойошторолдо. Был, әлбиттә, ярышта ҡатнашыусыларға айырым ҡыйынлыҡтар килтер­гән­дер.
Ғәҙәттәгесә, башта айырым ат һөйөүселәр араһында бәйге үткәрелде. Шулай итеп, архангелдәр башланы турнир этабы ярыштарын. Мансур Бикбаув үҙ районы бәйге­селәре араһында тәүге урынды яуланы. Тағы шуныһы: ир-егеттәр араһында гүзәл зат вәкиле лә булды – Таң­сулпан Усманова. Был ҡа­тын-ҡыҙҙарыбыҙҙың борон-борондан һыбай оҫта елде­реүенә дәлил түгелме?!
Тағы шуны әйтергә кәрәк: турнирҙың планлашты­рыл­ған­дан күпкә һуңғараҡ уҙға­рылыуы сарала ҡатнашҡан райондарға әҙерлек ваҡытын да оҙайтты. Өҫтәүенә тур­нир­ҙа икенсе тапҡыр үҙен һынап ҡараған жокейҙар ҙа булды. Мәҫәлән, Бөрө районынан Альберт Пелешян – тап шундайҙарҙан. Уны ошо тәжрибәһе үҙ районы буйынса ат сабыштарында беренселекте яуларға ярҙам итте. Әйткәндәй, Альберттың былтыр ҙа ошондай мөмкинлеге бар ине. Тик аты ғына бер аҙ һынатты, ә быйыл уның менән күнекмәләр күберәк эшләнгән. Шуға ул был юлы хужаһын һынатмаҫҡа тырышты. Тик Иглин районынан Марсель Әхмәҙиев беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Өҫтәүенә ул Иглин районы кубогына ярыштарҙа ла тәүге урынға сыҡты. Икенсе урында – Архангелдән Александр Чернов. Өсөнсөгә тағы Иглин районынан Сергей Константинов сыҡты. Дүртенсе урында – йәнә Иглиндән Динар Ҡырымбаев, бишенсе урында – Бөрөнән Альберт Пелешян. Ә алтынсы булып Бөрө районы вәкиле Максим Сәйфетдинов килде.
Шулай итеп, ат спорты­ның киләһе этабы 30 майҙа ойошторола. Унда Стәрле­тамаҡ, Борай, Бөрйән һәм Бәләбәй юртаҡтары беренселек өсөн көрәшәсәк. Ә бына Ишембай, Нуриман һәм Иглин райондары вәкилдәре финалға сыҡты ла инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Терра Башҡортостан” турниры беренсе тапҡыр 2019 йылда үткәрелгәйне. Ул рес­публиканың 100 йыллығына арналды. Турнирҙың маҡса­ты – республиканың муниципаль райондарында йыл­ҡы­сылыҡты һәм ат спортын үҫтереү ярҙамында башҡорт аттары генофондын булдырыу һәм арттырыу. Бынан тыш, ошондай саралар ярҙа­мында милли йолалар һаҡла­насаҡ, сәләмәт тормош алып барыу пропагандаланасаҡ.
Читайте нас