Спорт һәм туризм
30 Май 2020, 16:40

Бейәнең ялына тотоноп сапҡанды күргәнегеҙ бармы?

"Терра-Башҡортостан"да был юлы Бөрйән, Борай, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ райондары юртаҡтары бәйгегә сыҡты. Бөрйәндәрҙең милли кейемдә булыуы таң ҡалдырһа, бер егеттең башҡорт тоҡомло бейәнең ялына тотоноп боронғоса сабыуы үҙе бер мәртәбә, һоҡланғыс күренеш булды.

Бөгөн Өфөләге Т. Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра-Башҡортостан” ат спорты турнирының IV этабы үткәрелде.
Был юлы Бөрйән, Борай, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ райондары юртаҡтары үҙ көсөн һынаны. Хәтерҙә оҙаҡ ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булды бөгөнгө ат сабышы. Бөрйән һыбайлыларының, беренсенән, милли кейемдә булыуы таң ҡалдырһа, икенсенән, Айсар Ишдәүләтовтың эйәрһеҙ сабыуы һоҡланыу уятты. Эйе, егеттең “Гөлһара” ҡушаматлы башҡорт тоҡомло бейәнең ялына тотоноп боронғоса сабыуы үҙе бер мәртәбә, һоҡланғыс күренеш булды. Шуныһы: 2015 йылғы “Гөлһара” райондар араһындағы бәйгелә беренселекте бирмәҫкә тырышты. Тик бына “Ҡурай” атамалы тай барыбер көслөрәк булып сыҡты. Ул Ғәҙел Шәриповҡа беренселекте һәм кубокты яуларға ярҙам итте.
Борай районынан Дилара Ғәйфуллина ла спорт һөйөүселәр хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Ҡыҙҙың саялығына, ҡыйыулығына һәм сәмселлегенә иҫ-аҡылың китер. Бар нәмә үҙенән генә торһа, тәүге урындарҙың береһен яулар ине ул, моғайын. Борай һыбайлылары араһында ул беренселекте яуланы-яулауын. Тик бына ярымфиналда “Бүләк”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужабикәһен аҙаҡҡы һыҙыҡҡа тиклем алып барып еткермәне: Дилара аттан йығылып килеп төштө. Ярай әле имгәнмәне.
Бөгөнгө ярыштарҙа Стәрлетамаҡ районынан Евгений Везнюк еңеүсе тип табылды. Ә күңелдә, ниңәлер, башҡа һыбайлыларға бәйле ваҡиғалар күберәк урын алды. Ни эшләйһең, был – спорт. Унда дөйөм иҫәп беренселекте яуларға ярҙам итә. Өҫтәүенә ат сабыштарында йыш ҡына күп нәмә һыбайлыға түгел, ә йылҡы малының холҡона бәйле. Быны бөгөнгө ярыштар йәнә иҫбатланы.
Валерий Шахов фотолары ("Башинформ").
Читайте нас