Спорт һәм туризм
5 Июня 2020, 09:04

Балалар һөйөнөр!

Тәбиғәттең ниндәй миҙгеле – һалҡын ҡышмы, ҡояшлы яҙмы, эҫе йәйме, әллә алтын көҙмө – һыуҙа балыҡтай йөҙөүгә ни етә?! Тиҙҙән көйөргәҙеләр ошо бәхеткә һөйөнәсәк. Райондың Ермолаевка ауылында 25 метр оҙонлоғондағы йөҙөү бассейны сафҡа индереләсәк.

Тәбиғәттең ниндәй миҙгеле – һалҡын ҡышмы, ҡояшлы яҙмы, эҫе йәйме, әллә алтын көҙмө – һыуҙа балыҡтай йөҙөүгә ни етә?! Тиҙҙән көйөргәҙеләр ошо бәхеткә һөйөнәсәк. Райондың Ермолаевка ауылында 25 метр оҙонлоғондағы йөҙөү бассейны сафҡа индереләсәк.


Төҙөлөш эштәре 2018 йыл­дың көҙөндә үк баш­ланғайны. Объекттың дөйөм хаҡы – 100 миллион һумдан саҡ ҡына кү­берәк. Бассейн төҙөүҙең за­казсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – “ГК Прогресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.


Спорт объектының дөйөм майҙаны 1,6 меңдән ашыу квадрат метрҙы тәшкил итә. Проектҡа ярашлы, 25 метр оҙонлоғондағы дүрт “юл” ҡаралған. Ул сәғәтенә 40 кешене хеҙмәтләндереү ҡеүәтенә эйә.


Шуныһы һөйөнөслө: бинала вестибюль, гардероб, инструк­торҙар (тренерҙар), табип, дежур шәфҡәт туташы, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, һыу анализын алыу өсөн лаборатория, санитар-көнкүреш, техник биналар урынлашасаҡ.


27 майға тиклем бассейн бинаһында эске эштәрҙең 95 проценты атҡарылған. Газ, һыу, ут, элемтә бәйләнеше – барыһы ла тоташтырылған. Әле төп эш – биләмәне төҙөкләндереү – ҡалған. Шулай итеп, бордюрҙар ҡуйыла, асфальт түшәлә һәм шаҡмаҡлап ҡырҡылған таш һалына.


– Районыбыҙ өсөн был – өр-яңы һәм оҙаҡ көтөлгән объект, – ти Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. – Объекттың тапшырылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Районыбыҙҙың һәр ауылынан балалар бында шөғөлләнәсәк.


Бассейн йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Хәтерегеҙгә төшө­рәбеҙ: был ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты ярҙамында мөмкин булды.


Фото: bashinform.ru
Читайте нас