Спорт һәм туризм
19 Июнь 2020, 08:40

Рөхсәт ителде, әммә талаптар үтәлергә тейеш

Спорт даирәһендә уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн даими күнекмәләр үткәреү мөһим. Коронавирус пандемияһы сәбәпле, спортсылар ярайһы ғына оҙайлы ваҡытҡа иркенләп күнекмәләр яһауҙан туҡтағайны. Шуныһы һөйөнөслө: 1 июндән олимпия командаһы ағзаларына, республиканың һәм илдең йыйылма командалары спортсыларына күнекмәләр үткәрергә рөхсәт ителде.

Әлбиттә, улар барлыҡ санитария-эпидемиология талаптарына ярашлы ойошторола. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хеҙмәткәрҙәре спорт һәм олимпия резервы спорт мәктәптәрендә инспекция үткәргәндә быға инанған.

Күптән түгел Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, уның урынбаҫарҙары һәм министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре 18 спорт һәм Өфөләге олимпия резервы спорт мәктәбен, ведомствоға ҡараған тағы 10 ойошманы тикшергән.

– Мәктәптәрҙә санитария нормалары мотлаҡ күҙәтелә, ойошмаларҙа күнекмәләр үткәреү процесы буйынса шелтәләр булманы. Спортсыларҙан тыш, әүҙем тормош алып барған­дар­ҙың да асыҡ майҙандарҙа күнекмәләр яһауы борсоуға һалды, – тип белдер­гән Руслан Хәбибов. – Улар спорт мәк­тәптәрендә шөғөлләнеүселәрҙең эргәһендә генә күнекмәләр үткәрә. Өҫтәүенә социаль дистанция һаҡлан­май. Ошо мәсьәләне хәл итергә тейешбеҙ.

Яңы шорт-трек үҙәгендә урын­лашҡан 1-се олимпия резервындағы спорт мәктәбендә шорт-трек буйынса олимпия чемпионы Семен Елистратов та шөғөлләнә.

– Республикабыҙ спортсыларына кү­некмәләр үткәрергә рөхсәт биреү­ҙәре бик шәп. Әле Рәсәйҙең йыйылма командаһы барыһын да йыя. Мин тыуған ҡаламда ҡалыуҙы мөһимерәк тип иҫәпләнем. Бында күнекмәләр үткәреү өсөн уңайлы шарттар бар, – тип билдәләне Семен Елистратов.
Читайте нас