“Күптән Башҡортостанда йәшәйем. Шуға Мәскәүҙә саҡта дуҫтарым шаяртып мине башҡорт тип йөрөтә. Паспортымдағы “милләт” графаһында ла башҡорт тип яҙырға уйлайым, – тип белдергән “Өфө” командаһы форварды Вячеслав Кротов. – Миңә башҡорт колориты, музыкаһы, тәбиғәте, кешеләре оҡшай. Шуға милли колоритлы эшлекле костюм тектерергә бирҙем дә”.