Спорт һәм туризм
13 Июля 2020, 10:00

Туризм өлкәһе быйыл сәскә ата

Был яҡшы күренеш көҙ һәм ҡыш көнө лә дауам итһен өсөн башҡараһы эштәр күп.

Кемдәр Башҡортостандың матур урындары буйлап ял итергә йыйына, беләлер, әлеге ваҡытта республикала туристик бум күҙәтелә. Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдереүенсә, быйылғы йәйҙә туристар һаны ике-өс тапҡырға артҡан. Был турала ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында белдерҙе.
– Әле туризм өлкәһендә ҙур үҫеш күҙәтелә. Ошо көндәрҙә ҡунаҡхана һәм туристик базаларҙа урын табыуы мөмкин түгел, 31 авгусҡа тиклем һатылып бөткән тиерлек. Сентябрь айында ла үҫеш булыр тип көтәбеҙ, – тине Салауат Нафиҡов. – Беҙҙең төп бурыс – был трендты көҙ һәм ҡыш дауамында ла һаҡларға һәм иң мөһиме, республикабыҙҙа ял иткән кешегә барыһы ла оҡшап, уның кире килеү теләген тыуҙырырға кәрәк.
Салауат Нафиҡов белдереүенсә, Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн күп тармаҡтарҙы камиллаштырыу шарт. Бында юл селтәре, транспорт хеҙмәттәре, юл буйы сервисы, ҙур һыу ятҡылыҡтары (шул иҫәптән яһалмалары ла), ҡунаҡханалар селтәрен үҫтереү, сифатлы туҡланыу, мәҙәни саралар һәм музейҙар, шифахана-курорт ойошмалары ла инә. Күренеүенсә, бөтә йүнәлештәр ҙә төрлө министрлыҡ һәм ведомстволарға ҡарай, тик уларҙы үҫтереү туризмдың "сәскә атыуына" килтерәсәк.
Әлбиттә, был йәһәттән республиканың пландары ҙур. Мәҫәлән, әле туристик-рекреация тибындағы “Урал” махсус иҡтисади биләмәһен булдырыу буйынса эш башланған. Унда өс район – Әбйәлил, Бөрйән һәм Белорет инәсәк. Планды тормошҡа ашырыу буйынса эштәр бик күп, барыһы ла яҡшы булһа, ул 2023 йылдың икенсе яртыһында барлыҡҡа килергә тейеш.
Өфөнө лә туристик яҡтан үҫтереү буйынса пландар ҙур. Мәҫәлән, 1 августан ҡала буйлап ике ҡатлы экскурсия автобусы йөрөй башлаясаҡ. Шулай уҡ 1 августан Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ҡала буйлап йәйәүле экскурсиялар башланасаҡ. Экскурсияларҙы профессиональ гидтар үткәрәсәк, программа Өфөлә йәшәгәндәр һәм уның ҡунаҡтары өсөн бушлай буласаҡ.
– Беҙҙә һәр бер ҡалала ҡыҙыҡлы туристик объекттар бар. Уларҙа билдәләр ҡуйыу ғына түгел, ә ҡалалар буйлап экскурсиялар маршруттары ла ойошторорға кәрәк. Был эштәрҙе быйыл үтәргә кәрәк, сөнки киләһе йылда беҙ Фольклориаданы ҡабул итәсәкбеҙ һәм күп ҡунаҡтар ҡалаларға барасаҡ. Бөтә маршруттарҙы ла әҙерләргә, урындағы гид һәм экскурсоводтарҙы уҡытырға кәрәк. Өфөлә был эш башланды, – тине ул.
Бынан тыш комитет Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамы менән Башҡортостанда маркировкаланған туристик маршруттар селтәре булдырыу эшен тормошҡа ашырасаҡ. Йәйәүле һуҡмаҡтар буйынса маркировкалау 300 километр тирәһе юлды биләйәсәк. Бының өсөн республикала “Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмаҡтары” тигән проект тормошҡа ашырыла. Бөгөн Белорет – Ирәмәл участкаһында 100 километр һуҡмаҡ маркировкаланған. Быйыл Яҡтыкүл – Абҙаҡ – Ар ташы – Крака – Малиновая маршруты буйынса һалынасаҡ.
– Был проект төрлө әҙерлек кимәле кешеләре өсөн тау маршруттарын хәүефһеҙ үтеү мөмкинлеге бирәсәк, – тине Салауат Нафиҡов.
Кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер мәсьәлә – кешеләр күпләп йөрөгән туристик объекттарҙа булыу өсөн туристик йыйым ала башлау мөмкинлеге.
– Тәбиғәт объекттарына көсөргәнеш арта, шуға бындай йыйым кәрәк тип иҫәйләйбеҙ. Был сара туристар ағымын контролдә тоторға, ял итеүселәр өсөн инфраструктураны яҡшыртырға һәм иң мөһиме цивилизациялы ял ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк. Был аҡсаның күләме ҙур булмаясаҡ, кешеләр сервис, йылғанан ағып төшөү, мәмерйәләрҙә, парктарҙа булыу өсөн аҡса түләргә әҙер. Алынған аҡса был урында яҡшыраҡ шарттар булдырыу һәм объектарҙы тәртиптә тотоу өсөн тотоноласаҡ, - тине Салауат Нафиҡов.
Радий Хәбиров был мәсьәләне өйрәнергә, башҡа төбәктәр тәжрибәһен ҡарарға ҡушты. Был йыйым индерелгән хәлдә аҡса экологияны һаҡлау, инфраструктураны үҫтереү, ҡайһы бер урындарҙа спутник элемтәһе һәм медицина пунктары булдырыу өсөн файҙаланылырға тейеш тигән фекерҙә Радий Фәрит улы.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас