Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында “Ауҙарыш” милли спорт уйыны буйынса турнир үткәрелде.
Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән райондары, Сибай, Магнитогорск, Межгорье ҡалалары хакимиәттәре һәм ижтимағи ойошмалары ҡатнашлығындағы күсмә кәңәшмә сиктәрендә ойошторолдо.
“Ауҙарыш” – һыбайлы килеш армрестлинг ул. Был уйынды, нигеҙҙә, Башҡортостандың тау райондарында йәшәгәндәр уйнаған”, – тине республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.
“Ауҙарыш” шарттары буйынса уйында ике йәки унан да күберәк һыбайлы ҡатнаша. Уның барышында ҡаршы яҡтар бер-береһен аттан һөйрәтеп төшөрөргә тырыша. Иң мөһиме – эйәрҙә ныҡ ултырыу, атҡа идара итеү һәм йығылып төшмәү. Ошо шарттар үтәлгәндә еңеүгә өмөт итергә мөмкин.
Ҡоролтайҙың маҡсаты – был проектты киңәйтеү һәм спортсыларҙы әҙерләү. “Ҡасандыр башҡорттар өсөн һыбай йөрөү, уҡтан атыу, ҡаршы яҡтағы кешене аттан төшөрөү ғәҙәти хәл булған. Хәҙер улар спорттың этник төрҙәре кеүек ҡайтанан тергеҙелә, – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова. – Ярыштарҙы ҡараныҡ, улар һоҡланырлыҡ! Проектты киңәйтеү һәм спортсылар әҙерләү пландары бар. Район ҡоролтайҙары рәйестәре менән милли йолаларҙы, туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау хаҡында һөйләштек”.