Спорт һәм туризм
20 Июля 2020, 19:00

Бөтәһе лә – еңеүсе!

Беренсе урынды Салауат районы командаһы яуланы. Икенсе урында – күгәрсендәр, өсөнсөлә - ейәнсуралар. Ғөмүмән, бер кем дә еңелмәне, бындай ярышта ҡатнашҡан һәр кем – еңеүсе!

Тәбиғәт ҡосағындағы ял, усаҡ эргәһендә яңғыраған йырҙар, палаткалар, Бөрйәндең һоҡланғыс тәбиғәте – барыһы оҙаҡ йылдарға хәтерҙә ҡаласаҡ. Ярыш сәме тураһында әйтәһе лә түгел. Республикала сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ойошторолған “ПараТур-2020” туристик фестивале көслө рухлыларҙы үҙенә йыйҙы.
Инвалидтар өсөн туристик спорт проектын Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Бөрйән район ойошмаһы Башҡортостан Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам фонды гранты сараларына тормошҡа ашырҙы. Республиканың ҡала һәм райондарынан 22 команда составында 200-ҙән ашыу кеше спорттың дүрт төрө буйынса ярышты. Һыуҙа ярышыу, йәйәүле туризм, коляскаларҙа велотуризм һәм ориентир алыу буйынса ярыштар, Ағиҙел буйлап һалда йөҙөү, спорт туризмы буйынса оҫталыҡ дәрестәре аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн дә бик файҙалы булды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, “ПараТур-2020” фестивале спорт конкурсы ғына түгел,ә инвалидтар өсөн һауығыу, реабилитация ысулы ла. Тик еңеү теләген кем һүрелтә алһын?
Ярыштар һөҙөмтәһендә дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынды Салауат районы командаһы еңеү яуланы. Икенсе урында – Күгәрсен районы, өсөнсө урында - Ейәнсура районы командалары. Ғөмүмән, бер кем дә еңелмәне, бындай ярыштарҙа ҡатнашыусы һәр кем – еңеүсе!
Фото:Башҡортостан Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды.
Читайте нас