Спорт һәм туризм
30 Июля 2020, 08:08

Аталы-уллы һыбай елдерҙеләр

Юртаҡтар сабышын күҙәтергә яратаһығыҙмы? Күптәр был һорауға ыңғай яуап бирер, моғайын. Өҫтәүенә “ат ене” ҡағылғандар, һыбай йөрөргә яратҡандар ҙа юҡ түгелдер. Һәр хәлдә, атта сапмаһа ла, унда ултырып йөрөп ҡарамаған кеше бик һирәктер, йә булмаһа, был малҡайға һоло ашатып ҡарағандар, моғайын, барҙыр...

Ат сабыштарын яратҡандар Өфөләге “Аҡ­буҙат” ипподромында уҙғарылған ат спорты турнирының һәр этабын түҙем­һеҙләнеп көтөп ала. Башҡаса мөмкин дә түгел: һыбайлыларҙың беренсе урын өсөн алышын күҙәтеү күңелдә ҡабатланмаҫлыҡ уй-хистәр ҡалдыра. Сираттағы этапта Тәтешле, Ҡыйғы, Әлшәй, Краснокама һәм Күгәрсен райондары юртаҡтары уҙышты. Унда былтырғы турнир чемпионы Денис Ҡорбанаевтың ҡатнашыуы ярыш алдынан уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул туған Күгәрсен районы юртаҡтары араһындағы сабыштарҙа башта беренсе булып килмәһә лә, егеттең атаһы Рәфҡәт беренселекте улы Денисҡа “бирҙе”. “Был план буйынса шулай ине. Улдарым өсөн һәр саҡ иң яҡшыһын бирәм”, – тине аҙаҡ Рәфҡәт Ҡор­банаев Башҡортостан юлдаш телеви­дениеһы һәм радиокомпанияһына.

Ә бына биш район вәкилдәре ярышҡан бәйгелә бер нимәне лә алдан күҙаллап булмай. Был осраҡта тик үҙеңә генә иҫәп тоторға кәрәк. Шуныһы үҙенсәлекле: быйыл да Денис Ҡорбанаев беренселекте бер кемгә лә бирмәне. “Еңеремде белдем, шу­ның өсөн дә бик күп күнекмәләр үткәрҙем. Әммә профессиональ жокей булырға йыйынмайым”, – тине Күгәрсен егете.

Ат спорты турнирының сираттағы этабы 8 августа үткәреләсәк. Был көндө иһә Мәләүез, Дүртөйлө, Илеш, Яңауыл һәм Дәүләкән юртаҡтары үҙен һынап ҡараясаҡ.
Читайте нас