Башҡортостанға йыл әйлнәһенә 2,5 миллион турист килә. Әммә аныҡ һандарҙы берәү ҙә әйтә алмай. Быны иҫәпләр өсөн яңы алым уйлап табылған. Бер ай дауамында матур тәбиғәт урындарына, парктар һәм ҡурсаулыҡтарға килеүселәрҙе кәрәҙле телефон мәғлүмәттәре аша һанаясаҡтар. Был мәғлүмәтте кәрәҙле операторҙар бирә ала икән.
- Төбәктең тәбиғи-туристик локацияларына күпме кеше килгәнен, улар ҡайһы миҙгелде һайлауы, нисә көнгә туҡталыуы – был мәғлүмәт беҙгә бик мөһим. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә туристарҙың иҫәбен һанау методикаһы юҡ. Статистик күрһәткестәр тәбиғәт парктары, музейҙар, ҡунаҡханалар биргән мәғлүмәтте бирә. Ә күпселек туристар бит үҙ машинаһында, бер ерҙә лә теркәлмәй йөрөй. Әле беҙ ҡулланырға иткән яңы алым был проблеманы хәл итәсәк, - ти республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанға йыл әйләнәһенә 2,5 миллион турист килә. Шуларҙың 90 проценты эш буйынса килә икән. Тәбиғәткә килеүселәр һанын иһә быға тиклем яҡынса ғына һанап була ине.