Спортҡа һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә. Был хаҡта юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы, саңғы буйынса спорт мастерлығына кандидат, йөҙөү буйынса I разрядҡа эйә Байрамғол Мөбәрәк улы Дуланов яҡшы белә. Тәжрибәле педагог ғүмеренең 35 йылын балаларҙа спортҡа һөйөү уятыуға, сәләмәт тормош серҙәрен төшөндөрөүгә арнаған һәм әле лә сафта ҡала. Ул баш ҡаланың 160-сы лицейында физкультуранан уҡыта, бер үк ваҡытта “Һаулыҡ” дауалау-һауыҡтырыу комплексында физкультура бүлеге мөдире булып эшләй.
Байрамғол Дуланов 1967 йылда Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында тыуған. Был осор балалары спорттан айырылғыһыҙ булып, мөкиббән шөғөлләнеп үҫә. Ана шул саҡта ул да саңғы, еңел атлетика менән ныҡлап мауыға башлай. Ауыл мәктәбендә VIII класты тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия училищеһына уҡырға инә. 1985 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Силәбе өлкәһендәге Минйәр ҡалаһында башлай. Ошо уҡ йылда уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Әрме хеҙмәтен Германияла үтеп ҡайта.
Тормошта хәл иткес боролоштар була. Армиянан ҡатҡан егет эш эҙләп Белорет районының мәғариф бүлегенә бара. Унда Белорет районының Йөйәк мәктәбе директоры Ҡасим Арыҫлан улы Әлибаев менән таныша. Етәксе Байрамғолдо шунда уҡ оҡшатып, үҙҙәренә эшкә саҡыра. Бында ул ике йыл уҡыта. Шулай итеп, яҙмыш уны эшле генә итеп ҡалмай, ә тормош иптәше Гүзәлиә Миңнулла ҡыҙы менән дә осраштыра, әйткәндәй, ул да һөнәре буйынса уҡытыусы.
Йәш ғаилә Әбйәлилдә төпләнергә ҡарар итә. Улар район мәғариф бүлеге тәҡдим иткән хеҙмәт урындары араһынан Хәмит ауылын һайлай. Бер йылдан һуң Таштимергә уҡытырға күсәләр, ә 1994 йылда Өфөгә юлланалар.
Баш ҡалала Байрамғол Мөбәрәк улы ете йыл Мөхәмәт Исҡужин исемендәге лицейҙа физкультуранан уҡыта. Ошо йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтын да тамамлай. Әлбиттә, Өфө уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. Оҙаҡ йылдар дөйөм ятаҡта йәшәргә тура килә, шуға ла фатир алыу мөмкинлеге булған 90-сы мәктәпкә эшкә күсәләр. Бөгөн иһә 160-сы лицейында физкультура, тормош хәүефһеҙлеге дәрестәрен алып бара.
– Элекке заман менән сағыштырғанда, хәҙерге балаларҙың һаулығы насар. Сколиоз, яҫы табанлылыҡ, йөрәк, ҡан баҫымы кеүек ауырыуҙар менән сирләйҙәр. Бала сәләмәт үҫһен өсөн унда бала саҡтан уҡ спортҡа, сәләмәт тормош рәүешенә һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Йәш быуынды спорт секцияларына йәлеп итеү буйынса ла эште көсәйтеү мөһим. Һуңғы йылдарҙа ГТО-ны тергеҙеүҙәре ҡыуандыра, сөнки балаларҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу уянды, нормативтарҙы тапшырырға тырышып, улар физкультура менән шөғөлләнә, – ти Байрамғол Мөбәрәк улы.
Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, Байрамғол Дуланов улында ла бала саҡтан спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән. Егет еңел атлетика буйынса еңеүҙәргә лә өлгәшә. Әле, ата-әсәһен ҡыуандырып, Мәскәүҙә юғары белем ала.