Өфө буйлап ике ҡатлы туристик автобустар йөрөй башлаясаҡ тип хәбәр иткәйнек. Был эш оҙаҡламай башланасаҡ. Бөгөн билдәле блогер, эшҡыуар һәм туризм өлкәһе белгесе Артур Иҙелбаев уларҙа йөрөп ҡараған һәм был турала социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт бирҙе.
Алдан уҡ ҡайһы берәүҙәрҙең, Өфөлә туристарға күрһәтер нәмә юҡ, тигән һорауын күҙ уңында тотоп, яуап бирәм. Проект бик күп мәсьәләләрҙе иҫәптә тотоп эшләй башлай. Даими рәүештә автобустарҙа экскуриялар үткәрелеп торған Ижевск, Тверь, Түбәнге Новгород кеүек ҡалаларҙан Өфө бер яғы менән дә ҡайтыш түгел. Ышанығыҙ, икенсе ҡат бейеклегенән беҙҙең ҡалабыҙ бик матур һәм бөхтә күренә. Күрһәтер һәм һөйләр нимәләр бик күп. Оҙаҡламай ул тағы ла матурыраҡ буласаҡ”, – тип яҙҙы ул.