Башҡортостандың “СтройТЭК” төҙөлөш компанияһы республикала автомобиль спортын тергеҙеү тураһындағы уй-фекерен белдергән.
Ошо маҡсатта компания Салауат ҡалаһындағы автоклубта “СтройТЭК-Racing” спорт командаһын ойошторған. Предприятие етәкселеге төп пилот сифатында спидвей буйынса Рәсәй чемпионы Денис Сәйфетдиновты саҡырған.
Әйткәндәй, Денис Сәйфетдинов Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән. Ул – Рәсәйҙең спорт мастеры, команда составында биш тапҡыр ил чемпионы, Европа чемпиондары кубогын яулаусы. Яҡташыбыҙ ете йыл элек спидвейҙа карьераһын тамамлауы хаҡында белдергәйне. Ә быйыл “СтройТЭК” саҡырыуы буйынса яңы ойошторолған спорт командаһы составына ингән.
39 йәшлек спортсы: “Яңы спорт төрөндә карьераны ҡайтанан башлау ҡурҡыныс түгелме?” тигән һорауға: “Юҡ! Тулҡынланыу бар, әлбиттә. Унһыҙ мөмкин дә түгел. Был – һәр кеше өсөн ғәҙәти хис-тойғо”, – тип яуап биргән.
Денис Сәйфетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы команда Ҡазан һәм Рязань ҡалаларындағы махсуслашҡан автотректарҙа “Салауат” автоклубы етәксеһе Дмитрий Иванчин етәкселегендә күнекмәләр үткәргән.