Республика көрәшселәре ил беренселегенә әҙерләнә.
Көрәш – халҡыбыҙ яратҡан спорт төрҙәренең береһе. Быйылғы ил кимәлендә уҙғарыласаҡ ярыштарҙа иһә спортсыларыбыҙҙы етди һынауҙар көтә: 21 йәшкә тиклемге көрәшселәр араһында Рәсәй беренселеге уҙа.
Пандемия осоро спортсыларға кире йоғонто яһамай ҡалманы: уларҙың әллә күпме ваҡыты күнекмәләрһеҙ сарыф ителде. Хәҙер республика командаһы ошо етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә тырыша, шуға көсөргәнешле рәүештә күнекмәләр үткәрә. Ә бына игеҙәктәр Фәдис менән Фәнис Вәлитовтар был ваҡытты ла үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған, улар икәүләшеп күнекмәләр үткәргән. Баҡтиһәң, егеттәр ауылда йәшәгән туғандарына барған. Шулай итеп, игеҙәктәргә йүгерергә лә, көс буйынса күнекмәләр үткәрергә лә мөмкинлек булған.
6 сентябрҙә Башҡортостан командаһы Владимир ҡалаһына юлланасаҡ. Бынан тыш, тағы октябрҙә көрәшселәр – был юлы 23 йәшкә тиклемгеләр – үҙ көсөн һынап ҡарай аласаҡ. Командабыҙҙың лидерҙарының береһе Ислам Опиев әлегә республикала түгел. Ул Мәскәүҙә ныҡлы медицина тикшереүе үтә. Ул һәм Сәйет-Хөсәйен Баҡаев яҡшы һөҙөмтә күрһәтер һәм хатта ил командаһы составында үҙ урынын яулар, тип өмөт итә тренерҙар.
Әйткәндәй, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы халыҡ-ара ярыштарҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән йыйылма командаларҙы яңынан экипировкалау тураһында ҡарар сығарған. Ошоноң менән бәйле, Спорт көрәше федерацияһы үҙенең ҡарамағындағы көрәшселәргә яңы кейем бирә башлаған. Шулай итеп, ирекле көрәш менән шөғөлләнгән 15 спортсы, панкратион буйынса – 21, грэпплинг менән шөғөлләнгән 24 көрәшсе кейем алған.