Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылының Һаҡмар йылғаһы буйындағы спорт майҙансығында, "Айыҡ ауыл-2020" республика конкурсына ярашлы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, хөрмәтле ауылдаштары Фәтхулла Кәримов хөрмәтенә ауыл спартакиадаһы үткәрелде.
Фәтхулла Зәйнетдин улы - уҡыусыларында спортҡа оло һөйөү тәрбиәләгән, бик күп күренекле спортсылар үҫтергән уҡытыусы. Бөгөнгө көндә ул - әүҙем йәмәғәтсе, өлгөлө ғаилә башлығы, ир-егеттәр ҡоро ағзаһы.
Спартакиада Хәсәновтар башҡарыуындағы мәшһүр "Урал" көйө менән асылды. Фәтхулла Зәйнетдин улына күршеһе Әмир Юлғотлин, уҡыусыһы Хөрмәт Таһиров ихтирам һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерҙе. "Һаҡмар һандуғастары" вокал ансамбле таҡмаҡтар башҡарҙы. Спартакиада барышында футбол, уҡ атыу, гер күтәреү, ҡул көрәше, турникта ҡалҡыныу буйынса ярыштарҙа халыҡ бик әүҙем ҡатнашты. Мәжит Ғәлимханов иң оло ҡатнашыусы булараҡ билдәләнде, ул уҡ атыуҙа иң мәргәне булып танылды.
Балаларҙың барлыҡ ярыштарҙа ла ҡатнашыуы, призлы урындар алыуы күңелгә хуш килде. Айнур Кашапов, Ынйыгөл һәм Ғәзинур Мәжитовтар, Рифат һәм Илназ Кәримовтарҙан билдәле спортсылар үҫеп сығыр әле. Ағинәйҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары барлыҡ ҡатнашыусыларҙы самауыр сәйе, йылы аш менән һыйланы. Бағыусылар Гөлнара Мансурова, Булат Рахманғолов, Рәмил Хәсәнов, Даян Әүәлбаев, Илнур Ғатауллин байрамды ойоштороуға тос өлөш индерҙе. Колхоз ит бүлде, Фәтхулла Зәйнетдин улының балалары аҡсалата ярҙам итте. Айҙар Ғүмәров шәп уйынсыларға шәхси призын тапшырҙы.
Футболда беренселекте Ниғәмәт ауылының "Аҡбуҙат" командаһы яуланы, темәстәр - 2-се, юлыҡтар 3-сө урынды алды. Спорт байрамынан һуң еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ауыл хакимиәте, урындағы ҡоролтай, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә үткәрелгән сәләмәтлек һәм спорт байрамы барса халыҡтың күңеленә хуш килде.
Фото: Ниғәмәт ауылы хакимиәте.