Ярты быуаттан ашыу элек гүзәл зат вәкилдәре хулахупты (обруч) бик яратып ҡабул иткән.
Ҡатын-ҡыҙҙар был хулахуптың фигураны матурайтыу өсөн генә түгел, шулай уҡ билдәге артыҡ сантиметрҙар менән көрәш мөмкинлеге икәнлеген дә аңлап ҡалған.
Шулай итеп, хулахуп хәҙер халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Әммә, белгестәр белдереүенсә, барыһы ла уның менән дөрөҫ файҙалана белмәй икән. Баҡтиһәң, уның да зыянлы яҡтарының барлығы асыҡланған.
Беренсенән, гүзәл зат вәкилдәренә хулахупты йөклөлөк ваҡытында файҙаланыу ҡәтғи тыйыла. Табиптар асыҡлауынса, уның яралғының үҫешенә кире йоғонтоһо бар икән. Икенсенән, күп кенә гинекология сирҙәре, мәҫәлән, миома булғанда, был спорт ҡорамалын файҙаланыуҙың насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға хулахуп әйләндереп, нескә билле булырға теләгән гүзәл зат вәкилдәренә башта гинеколог менән кәңәшләшеү зарур.
Бынан тыш, эске органдар сирҙәре лә был спорт кәрәк-ярағы менән шөғөлләнеүҙе тыйыуға сәбәп булыуы мөмкин. Ни тиһәң дә, хулахуп әйләндереү билгә көсөргәнеш төшөрә. Һөҙөмтәлә сирле бауыр һәм башҡа органдарға тағы ла зыян килтерелеүе ихтимал. Бынан тыш, тән тиреһе, арҡа мейеһе сирҙәре менән йонсоғандар ҙа ошо үрҙә әйтелгән кәңәшкә ҡолаҡ һалһын.
Өҫтәүенә хулахупты һайлағанда тән ауырлығын, буй оҙонлоғон, кешенең физик әҙерлеге кимәлен дә иҫәпкә алыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә белгестәр. Шуға уның менән яңы ғына шөғөлләнә башлағандарға 1,5 килограмм ауырлығындағыһын һайлау зарур.