Спорт һәм туризм
4 Сентябрь 2020, 08:36

Сәләмәт булайым тиһәң...

Хәҙерге заман ғаиләләре тулы ҡанлы һәм бәхетле тормош алып барыу өсөн сәләмәтлектең мөһим икәнлеген бик яҡшы аңлай. Ә быға физкультура һәм спорт булышлыҡ итә.

Хәҙерге заман ғаиләләре тулы ҡанлы һәм бәхетле тормош алып барыу өсөн сәләмәтлектең мөһим икәнлеген бик яҡшы аңлай. Ә быға физкультура һәм спорт булышлыҡ итә.


Әлбиттә, үҙең генә түгел, тотош ғаилә менән сәләмәт тормош алып барыу күпкә һөҙөмтә­лерәк. Был осраҡта атай кеше­гә, әгәр иң тәүҙә балаһы нин­дәй­ҙер күнекмәне яҡшы атҡара алмаһа, ҡыҙын йәки улын тән­ҡит утына тотоу кәрәкмәҫ. Ни тиһәң дә, улар, ололар менән сағыштырғанда, физик йәһәттән күпкә ҡайтышыраҡ, организмдары әле үҫә генә. Әсәйҙәргә лә улын йәки ҡыҙын артыҡ иркәләтергә ярамай, киреһенсә, уларҙың спортҡа ылығыуын хуп­лау, был матур уй-ниәттәрен даими үҫтереү фарыз.
“Тотош ғаилә менән ниндәй спорт төрө буйынса шөғөллә­нергә мөмкин?” – тигән һорау тыуа күптәрҙә. Иң башта, әлбит­тә, бергәләп атлау, йөрөү һәм йүгереү яҡшы. Был балаларҙың быуынын нығытасаҡ, сыҙамлы­лығын арттырасаҡ, ихтыяр кө­сөн барлыҡҡа килтерәсәк. Артабан иһә йөҙөү, велосипедта йөрөү, волейбол, бадминтон, теннис, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөл­лә­нергә мөмкин. Бының өсөн ни бары теләк кенә булһын! Һәр спорт төрө үҙенсәлекле, мауыҡ­тырғыс, ылыҡтырғыс. Ошо даими күнекмәләр арҡаһында ғаилә ағзаларының сәләмәтле­ге нығыныр, үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек артыр.
Тап бына ошо маҡсатта Әбйә­лил районындағы Яҡтыкүл эргәһендә ғаиләләр өсөн “Урал легендалары” йәйге спорт фес­тивале ойошторолдо. Был сарала Рәсәйҙең 14 төбәгенән – 42 ҡаланан – 350 кеше ҡатнаш­ты. Уларҙың күбеһе өсөн еңеү менән рекорд түгел, ҡатнашыу мөһим ине. Күлдә йөҙөү, тауға менеү кеүек спорт төрҙәренән ғибәрәт ине был фестиваль. Шулай ҙа 14 һәм 15 километр арауыҡҡа йүгереү сараның иң ауыр һынауҙарының береһе булғандыр, моғайын. Тағы шуны әйтергә кәрәк: бында барыһы ла ғаиләһе менән юлланғайны. Хатта уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәренең эттәрен дә алып килгәйне.
Фестивалдәге иң йәш ҡатна­шыусы Ибраһим Фәйзул­линға биш ай булһа, Орскиҙан килгән Николай Демидов иң олоһо ине. Уға 65 йәш тулған. Шулай итеп, йәмле Яҡтыкүл буйҙары бер нисә көн бәхетле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре тауышына күмелде. Уларҙың барыһы ла физкультура һәм спорт сәләмәт­лектең нигеҙе икәнлегенә йәнә бер тапҡыр инанды.


Әбйәлил районы.
Читайте нас