Спорт һәм туризм
4 Сентябрь 2020, 08:39

Ул “Барселона”ла уйнаған

“Өфөлө” баскетбол клубы Ҡаҙағстандың “Астана” коман­даһы уйынсыһы Александр Жигулин менән килешеү төҙөгән.

“Өфөлө” баскетбол клубы Ҡаҙағстандың “Астана” коман­даһы уйынсыһы Александр Жигулин менән килешеү төҙөгән.


Баскетболсы Александр Жигулин Ҡаҙағстан командаһы составында биш миҙгел уйнаған. Үткән чемпионаттағы 18 матчта уртаса ете мәрәй тупла­ған. Өҫтәүе­нә был спортсы Испания­ның “Барселона” баскетбол клубы системаһында биш йыл тәжрибә тупла­ған. Ул унда “Барса В” йәштәр коман­даһы составында сығыш яһаған. Александр Жигулин Азия­ның йәштәр чемпионатында көмөш миҙал яулаған.


– Физик йәһәттән бик көс­лө һәм яҡшы спортсы менән килешеү төҙөнөк, – тип бел­дергән “Өфөлө” ко­ман­да­һының баш тренеры Дмитрий Иванов. – Александр Жи­гу­линдың “Барселона” мәктә­бен­дә тәжрибә туп­лауы файҙаға буласаҡ.
Читайте нас