Бөгөн Континенталь хоккей лигаһының бөтә матчтары ла бер минут тынлыҡтан башланды, сөнки йөрәктәрҙе ҡанһыратҡан ваҡиғаға туғыҙ йыл тулды.
2011 йылдың 7 сентябрендә Минскиға сираттағы КХЛ миҙгеленең беренсе матчына юлланған Ярославлдең "Локомотив" хоккей командаһы авиаһәләкәткә осраны. 43 кеше ваҡиға урынында йән бирҙе, хоккейсы Александр Ғәлимов биш көндән дауаханала вафат булды, бары бортинженер Александр Сизов иҫән ҡалды.
Мин был хаҡта "Өфө-Арена"ла ишеттем. Ул көндө юлаевсылар былтырғы финалсы "Атлант"ты ҡабул итә, миҙгелде асыу кубогына уйнай ине.
Ашҡынып барҙым тәүге уйынға. Бәй, ни күрәм! Минән ике-өс метр арауыҡта ғына, боҙ майҙансығы ситендә Мәскәүҙән килгән хоккей белгесе Александр Кожевников менән спорт комментаторы Александр Кузмак телевидениела тура тапшырыу алып бара.
Кузмак – минең яратҡан тележурналисым! Үҙем дә һиҙмәйенсә, уларға табан бер аҙым яһап ҡуйҙым. Кузмак, быны күреп, ярамай тигәнде аңлатып, башын сайҡаны. Ысынлап та, улар бит тура эфирҙа. Ярай, һуңынан һөйләшербеҙ әле, тип йыуаттым үҙемде.
Ә һуңынан… мөмкинлек булманы. Сөнки матч башланып, 14 минут 44 секунд үтеүгә, уны туҡтаттылар. КХЛ президенты Александр Медведев боҙға сығып, авиаһәләкәттә Ярославлдең "Локомотив" командаһы һәләк булғанын иғлан итте. 45 кешенең 37-һе – клуб уйынсылары һәм хеҙмәткәрҙәре.
Күҙ йәштәренә төйөлөп арена коридоры буйлап китеп барғанда ҡаршыма ҡайғылы Александр Кузмак осраны. Әммә мин, туҡтап, ни булһа ла әйтергә йөрьәт итмәнем. Икебеҙҙә лә уның ҡайғыһы юҡ ине…
Рухығыҙ тыныс йоҡлаһын, "локомотив"тар!