Сығышы менән Саҡмағош районынан булған спортсы Айгөл Гәрәева сираттағы еңеүе менән ҡыуандырҙы.
Тәүгеләрҙән булып уның уңышына шатланып, урындағы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев социаль селтәрҙәрҙә ошолай тип яҙҙы:
“Яҡташыбыҙ, велосипедта ярышыусы Айгөл Гәрәева районыбыҙҙың данын Рәсәйҙән ситтә лә таратып йөрөй. Төркиәлә үткән Халыҡ-ара ярыштарҙа бронза миҙал яуланы ул. Яҡташыбыҙҙы сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ”.
Айгөл бала саҡтан велосипедта йөрөргә яратҡан. Шөғөлләнә башлағас, көн һайын 40 километр ара үткән. Йәш, өмөтлө спортсыға уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.