Спорт һәм туризм
9 Сентябрь 2020, 19:45

Әлшәйҙә - ҡыуаныслы ваҡиға!

Район халҡының шатлығын уртаҡлашырға беҙҙең "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә барҙы.

Бөгөн әлшәйҙәр өсөн ҙур байрам! Районда беренсе бассейнлы спорт комплексы асылды. Район халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға беҙҙең гәзит хеҙмәткәрҙәре лә барҙы.
Аяҙ, йылы көн байрам кәйефен тағы ла күтәрҙе. Бында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәр, уларҙың тренерҙары, тармаҡ ветерандары, ирекмәндәр, уҡыусылар, йәштәр, спорт һөйөүселәр – бер һүҙ менән әйткәндә, ауылдың бар халҡы йыйылды. Әйткәндәй, яңы комплекс “Виктория” тип атала, уны район кешеләре берҙәм тауыш биреп һайлаған. Улар бында, исемгә ярашлы, ҙур еңеүҙәр яуланырына ышана.
Комплекс “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проектына ярашлы төҙөлгән.
"Беҙҙең районда спортҡа бик ҙур иғтибар бирелә. Уға балаларҙы ла бәләкәйҙән йәлеп итәбеҙ. Айырыуса хоккейға ҙур иғтибар бирәбеҙ, районда 20 хоккей ҡабы бар. Ә бына бассейн юҡ ине, – тине спорт комплексын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин. – Бөгөн төбәк халҡы әллә ҡасандан көтөп алған ваҡиға булды: ниһайәт, бассейн да асылды. Уның ишектәре ябыҡ тормаҫ, кешеләр күпләп йөрөр тип ышанабыҙ".
Яҡташтарын байрам менән ҡотларға республикала билдәле артистар Рөстәм Ғиззәтуллин менән Альфред Яҡшембәтов та килгәйне. Улар дәртле йырҙары менән тантананы тағы ла йәмләне.
Ә бина ысынлап та матур! Ул барлыҡ талаптарға ярашлы итеп төҙөлгән. 25 метрлыҡ бассейнда дүрт йөҙөү юлы бар. Бынан тыш, 45-кә 25 метрлыҡ спорт залы ла урынлашҡан. Унда баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол менән шөғөлләнергә мөмкин. Ярҙамсы барлыҡ биналар ҙа күҙ уңында тотоп эшләнгән: сисенеү, душ бүлмәләре. Һыуҙы таҙартыуҙың заманса системаһы ҡуйылған. Спорт комплексының дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу.
Яңы спорт комплексы барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Улар өсөн бассейнда күтәреү механизмы бар, ингән урындарға пандустар ҡуйылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында теләге булған һәр кем килә һәм шөғөлләнә аласаҡ.
Фото: Айгөл Халиҡова.
Читайте нас