Спорт һәм туризм
11 Сентября 2020, 14:14

Маҡсаттары – Гагарин кубогын яулау

Сираттағы хоккей миҙгеле башланды.

Континенталь хоккей лигаһы беренселегенең ситтәге өсөнсө осрашыуын “Салауат Юлаев” Минскиҙа “Динамо” командаһы менән уҙғарҙы. Был матч бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды.



Әлегә уйындар ситтә уҙҙы


Уйын башында – һигеҙ минут эсендә – Минск командаһы ҡапҡабыҙға бер-бер артлы ике шайба индерҙе. Әммә уларҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылманы: Томи Ламса уйынсылары үҙен тиҙ ҡулға алды һәм хужалар ҡапҡаһына бер-бер артлы гол индерә башланы. Шулай итеп, Маркус Гранлунд менән Петр Хохряков иҫәпте тигеҙләп ҡуй­ҙы. Артабан тағы Маркус Гранлунд һәм Михаил Воробьев командабыҙ иҫәбенә берәр мәрәй өҫтәне.
Тик бына өсөнсө осорҙа “Динамо” командаһы ла бик сәмләнеп уйнай башланы, хатта юлаевсылар ҡаушап ҡалды һәм хаталанды. Һөҙөмтәлә Минск командаһы уйынсыла­ры­быҙҙың аҙсылығын файҙа­ланды һәм үҙ иҫәбенә бер мәрәй яҙҙы. Уйын 3:4 иҫәбенә тамамланды.
Әйткәндәй, “Салауат Юлаев”тың һаҡсыһы Евгений Лисовец “Чемпионат” сайтына биргән интервьюһында: “Маҡ­саттарыбыҙ юғары: Гагарин кубогын яуларға иҫәп тотабыҙ. Һәр матчты ошо уй-ниәт менән башлайбыҙ”, – тип белдер­гәйне. Хоккейсы­ларыбыҙҙың был маҡсаттары бойомға аш­һын, тип теләйек.
Әле командабыҙ “Авангард” менән бергә Көнсығыш кон­ференцияһының лидеры. Быға тиклем юлаевсылар Түбәнге Новгородтың “Торпедо” коман­даһын – 3:2, Череповецтың “Северсталь” клубын 4:1 иҫәбенә еңде. Шаршамбы улар ситтәге һуңғы бәйгеһен “Спартак” клубы менән уҙғар­ҙы.
“Салауат Юлаев” үҙ бо­ҙон­да тәүге уйынын 13 сентябрҙә үткәрәсәк. Был көндө команда Омскиҙың “Авангард”ы менән осрашасаҡ.
Әйткәндәй, 2020/2021 уйын миҙгелендә Континенталь хоккей лигаһының беренсе этабы 27 февралгә тиклем дауам итәсәк. Барлыҡ 23 команда 60-шар матч уҙғарасаҡ. Клубтар икешәр тапҡыр – үҙ-ара (44 матч), 8-10 тапҡыр – үҙ дивизионындағы һәм тағы 6-8 тапҡыр үҙ конферен­ция­һындағы күрше дивизион ко­мандалары менән осрашасаҡ. 2 – 9 ноябрҙә – Финляндияла, 14 – 20 декабрҙә – Рәсәйҙә, 8 – 15 февралдә Швецияла Евротур этаптары үткәреләсәк.
“Салауат Юлаев”ты быйыл нимә көтә?


Быйылғы уйындарҙы көйәр­мәндәр айырыуса көтөп алды. Коронавирус инфекция­һы сәбәпле, үткән миҙгел матчтары ваҡытынан алда тамамланды һәм Гагарин кубогын бер кем дә яулай алманы.
Тик юлаевсылар миҙгелде юғалтыуҙар менән башлай, тип әйтергә мөмкин. Көйәр­мәндәр яратып өлгөргән швед һөжүм итеүсеһе Линус Умарк командабыҙҙан китте. Хәҙер ул Швейцарияның “Женева-Серветт” клубы өсөн сығыш яһай. Тағы бер форвардыбыҙ Александр Бурмистров хәҙер спорт карьераһын “Аҡ Ба­рыҫ”та дауам итә.
Командабыҙға НХЛ-дан һөжүм итеүсе Маркус Гранлунд, Силәбенән ҡапҡасы Владислав Сухачев килде. Һаҡсы­лар рәтен Дмитрий Коробов, Игорь Мясищев һәм Евгений Бирюков тулыландырҙы. Америкала өс уйын миҙгелен уҙғарған һөжүм итеүсе Михаил Воробьев йәнә тыуған ҡала­һына ҡайтты.


Тренерҙар кем?


“Салауат Юлаев” хоккей клубының тренерҙар составы ла үҙгәрештәр кисерҙе. Баш тренер Николай Цулыгин етәкселегендә командабыҙ 2018/2019 уйын миҙгелендә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында бронза миҙал­ға лайыҡ булғайны, ә былтыр­ғы миҙгелдә плей-офҡа сыҡ­ҡайны.
Сираттағы уйын миҙгелендә Николай Цулыгин урынына Томи Ламса тәғәйенләнде. Әйткәндәй, ул 2017 йылдан тренерҙар составына инде. Яңы вазифаны биләгәс, Томи Ламса: “Беҙҙә йәш хоккейсы­ларҙың булыуы ҙур өмөт уята. Үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн боҙҙа уйнау мөмкинлеген би­рә­сәкмен, әммә улар ышанысымды яулау хаҡында оно­торға тейеш түгел”,– тигәйне.

Йәнә тренерҙар составын Магнитогорскиҙың “Металлург”ынан Виктор Козлов тулы­ландырҙы. Унан тыш, “Толпар”ҙың баш тренеры Михаил Васильев та коллективҡа ҡушылды.
Континенталь хоккей лига­һы әлеге мәлгә иң яҡшы командалар рейтингын билдәләне. Был исемлектәге беренсе урында “Салауат Юлаев”тың тороуы Гагарин кубогын яулауға өмөт уята.
Читайте нас