Спорт һәм туризм
11 Сентябрь 2020, 09:00

Радий Хәбиров "Салауат Юлаев"тың яҙмышын хәл итте

Мәҫәлән, уның һалым түләүҙә бурыстары булмаҫҡа, устав капиталында сит ил граждандарының өлөшө 50 проценттан артмаҫҡа тейеш.

Башҡортостан Башлығы хоккей клубын республика ҡаҙнаһынан финанслау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Пандемия ваҡытында спорт клубы финанс ауырлыҡтарына дусар булғайны. Дәүләт ярҙамы хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләүгә, хужалыҡ ихтыяжына, мөлкәтте бағыу сығымдарына, коммуналь түләүҙәргә һәм ярыштар уҙғарыуға тотонола ала.
Клуб үҙ сиратында ҡуйылған талаптарҙы теүәл үтәргә бурыслы: мәҫәлән, уның һалым түләүҙә бурыстары булмаҫҡа, устав капиталында сит ил граждандарының өлөшө 50 проценттан артмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, юлаевсыларҙың чемпионаттарҙа ҡатнашыуға рөхсәт алыуы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләүе, спорт әҙерлеге программаһы булыуы мотлаҡ. Клубҡа йәнә физкультура һәм спорт өлкәһендәге заманса һәм тәжрибә программаларында һәм дәүләт гранттарына конкурстарҙа ҡатнашыу зарур.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас