Өфө ҡалаһының Киров районындағы Локотки ауылында көрәш буйынса район хакимиәте башлығы кубогына ярыш үтте.
Райондың 85 йыллыҡ юбилейына арналған асыҡ турнирҙа республиканың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән 70-тән ашыу спортсы ҡатнашты. Ярыш биш ауырлыҡ категорияһы һәм абсолют зачет буйынса барҙы.
Байрамды ҡарарға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рөстәм Әхмәҙинуров, Илдар Кәримов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, Өфө ҡалаһы Советы депутаты Павел Васильев, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе Эльбрус Ниғмәтуллин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килде.
Көрәшселәр араһында Өфөнән Рәдиф Аҡсурин иң көслөһө булып сыҡты. Уға бәйгенең төп бүләге – һарыҡ тапшырылды. Миәкә районынан Айгиз Зәйнетдинов икенсе урынды алды.
Сара көрәш менән генә сикләнмәй, ысын спорт байрамына әүерелде. Унда төрлө уйындар, концерт, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнашлығында “Киров районы киләсәгенең проектын төҙөйбөҙ” тигән күргәҙмә лә ойошторолдо.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.