Бөгөн, 13 сентябрҙә, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы КХЛ-дың яңы миҙгелендә өйҙәге матчтар серияһын башлай: беҙҙекеләр Көнсығыш конференцияның турнир таблицаһын етәкләгән “Авангард” менән осраша.
Өйҙәге миҙгел башланыу айҡанлы хоккей клубы көйәрмәндәре өсөн үҙенсәлекле бүләк – мауыҡтырғыс видеояҙма әҙерләгән. Төп ролдә – Өфөлә үткән ете йыл эсендә “башҡортҡа әйләнгән” Тему Хартикайнен. Йәнәһе, ул төшөндә аҡһаҡалға килә һәм уның нәсихәтен тыңлап, фатиха ала.
“Оҙаҡ булманың. Ни өсөн килгәнеңде беләм! Еңеү артынан! Легендаға ярашлы, Аҡбуҙат кеүек иң етеҙҙәргә, Урал тауҙары ише иң ныҡлы һәм тоғроларға, сапсан кеүек үткерҙәргә йыйылырға кәрәк. Шул саҡта ҙур хоккей буласаҡ!” – ти аҡыл эйәһе.
Әйткәндәй, аҡһаҡал ролендә – Сибай дәүләт башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин.
Хоккей уйындарына көйәрмәндәргә инергә рөхсәт ителде, трибуналарҙы яртылаш тултырырға ярай.
Матч Өфө ваҡыты менән 16.30 сәғәттә башлана. Хәйерле сәғәттә!