Ошо көндәрҙә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан-2020” ат спорты турнирының финалы булды. 14 марттан алып үткән 12 этапта Ишембай, Нуриман, Иглин, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Ғафури, Әбйәлил, Шишмә, Күгәрсен, Дүртөйлө, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондары һыбайлылары еңеү яуланы.
Турнирҙың финалына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде. Ярыш башланғанға тиклем ул ипподром алдында райондар ойошторған күргәҙмә менән танышты. Төбәк Башлығы Шишмә районында йылҡысылыҡ өсөн кәрәк-яраҡ етештерә башлаған “Агроснаб” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән аралашты, уларҙы “Ауыл сәғәте”нә саҡырҙы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, предприятиены артабан үҫтереү мөмкинлеген ҡарарға, дәүләт ярҙамы күрһәтеү алымдары буйынса фекер алышырға кәрәк.
Сараны асыу тантанаһындағы сығышында Радий Хәбиров спортсыларға уңыштар теләне.
– Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле ҡунаҡтар һәм спортсылар! Барығыҙҙы ла ошондай матур көн – ат бәйгеһе финалы менән ихлас ҡотлайым һәм спортсыларға еңеү һәм уңыштар теләйем, – тине ул. – Башҡортостан халҡы өсөн ат ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ул быуаттар буйы беҙгә тоғро дуҫ һәм иптәш, атай-олатайҙар өсөн яуҙаш булды. Беҙҙең “Төньяҡ амурҙары”быҙ һәм генерал Шайморатов етәкселегендәге Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре үҙҙәренең тоғро дуҫы менән бөтә Европаны гиҙҙе. Бөгөн спортсыларға ғәҙел һәм күркәм еңеү теләйем.
Был көндә ипподромға килгәндәр Башҡортостан Башлығы призына мауыҡтырғыс ярышҡа шаһит булды. Унда “Реактивити” ҡушаматлы аты менән беренсе категориялы жокей Александр Лиханов еңеп сыҡты. Спортсы, тренер Флүр Батыровҡа һәм Туймазы районынан “Реактивити”ҙың хужаһы Радик Гәрәевкә төбәк Башлығының төп бүләге һәм 250 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
“Терра Башҡортостан” турнирында быйыл Шишмәнән 15 йәшлек Айгөл Моратова еңеү яуланы. Ярымфиналда ҡыҙ “Бүләк” ҡушаматлы атта, ә финалда “Алым” атында финишҡа беренсе булып килде. Жокей турнирҙа былтыр ҙа ҡатнашҡан, тик финалға етә алмаған.
Сара барышында Башҡортостан Башлығы тренерҙар, аграрийҙар, эшҡыуарҙар менән спорт йылҡысылығын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Республикала ат спорты төрлө этаптарҙы үтте. Әле энтузиастарҙың тырышлығы менән ул ярайһы уҡ уңышлы үҫә. Спортсыларыбыҙ һәм хужалыҡ вәкилдәре Рәсәй турнирҙарында алдынғы урындарҙы яулай. Был йүнәлешкә һис шикһеҙ ярҙам күрһәтергә кәрәк, – тине республика Башлығы. – Башҡортостанда продуктив йылҡысылыҡты үҫтереүгә ярҙам программаларын төҙөйбөҙ. Күптән түгел Баймаҡта йылҡысылар менән осраштыҡ. Спорт йылҡысылығына килгәндә, “Аҡбуҙат” ипподромында һынау үҙәге асырға ҡарар иттек. Сабыштар тамамланғас, ремонт яһап, объектты тәртипкә килтерәсәкбеҙ. 2021 йылға тиклем спорт йылҡысылығын үҫтереү программаһын ҡабул итеп, бюджеттан аҡса йүнәлтәбеҙ, бизнесты йәлеп итәбеҙ.
Мәғлүм булыуынса, “Терра Башҡортостан” республика ат спорты турниры төбәктәге 54 район араһында былтырҙан башлап уҙғарыла. Уның маҡсаты – йылҡысылыҡты үҫтереүҙе дәртләндереү, тоҡомло башҡорт атын танытыу, тамашасыларҙы ат ярышына йәлеп итеү.