Һис бәхәсһеҙ, коронавирус балаларҙы ла ялҡытты. Шуға ла улар мәктәпте һағынып, теләп барҙы, спорт секцияларына ла ихлас йөрөй башланы.
Әлбиттә, оҙайлы "каникул" йәш спортсыларҙың физик үҫешен күпкә тотҡарланы, булған әҙерлектәрен дә юғалттылар. Шуға ла ике аҙна барған күнекмәләрҙән һуң йәш биатлонсылар Ишембай ҡалаһында осрашырға ҡарар итте. Был сараны контроль ярыш тип атанылар.
Ишембай ҡалаһының 1-се спорт мәктәбендә уҙған сарала Ишембайҙан һәм Өфөнән йәш биатлонсылар оҙайлы тәнәфестән һуң осрашып, бәйге тотто, үҙҙәренең миҙгелгә әҙерлеген тикшерҙе. Саранан бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалып таралышты.