15 сентябрҙә “Салауат Юлаев” хоккейсылары менән Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы араһындағы уйынды Баймаҡтан килгән 12 йәш спортсы һәм “Комета” командаһы тренерҙары ҡараны. Хоккей менән өс йылдан ашыу шөғөлләнгән балалар “Өфө-Арена”ға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса килде.
Баймаҡ спортылары Урал аръяғы призерҙары, район еңеүселәре булып тора. Былтыр улар Сибай ҡалаһында уҙғарылған “Алтын шайба” турниры призеры булған. Эмиль Шәрипов, Константин Аксенов – иң яҡшы уйынсылар, ә Раян Арыҫланов иң яҡшы ҡапҡасы тип танылған.
Мәғлүм булыуынса, кисәге уйында “Салауат Юлаев” командаһы “Торпедо”ны 6:2 иҫәбе менән еңде.