Спорт һәм туризм
17 Сентябрь 2020, 14:00

Өфөлә яңы футбол стадионы булырмы?

Бөгөн Республика йортонда баш ҡалала яңы футбол стадионы төҙөү перспективалары хаҡында һөйләшеү үтте.

17 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ВТБ банкының өлкән вице-президенты Юрий Молчанов етәкселегендәге делегация һәм Төркиәнең “Лимак Холдинг” компанияһы директорҙар советы рәйесе, Төркиәнең Футбол федерацияһы рәйесе, билдәле футбол клубы «Фенербахче»ның вице-президенты Нихат Оздемир Өфөлә яңы футбол стадионы төҙөү перспективалары хаҡында һөйләште.
– Өфөлә лайыҡлы футбол стадионы юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Республика бюджетында уның төҙөү өсөн аҡса юҡ, әммә, төрөк төҙөүселәренең һәм ВТБ банкы мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, концессия шарттарында ҡыҙыҡлы проект әҙерләп булыр ине.
ВТБ банкының өлкән вице-президенты Юрий Молчанов спорт инфраструктураһын төҙөгәндә һалым ҡайтармаһы һәм кредит биреүҙең түбән проценттары менән финанс схемаһын ҡулланыуҙы тәҡдим итте. Был модель, уның фекеренсә, төбәк өсөн ҡулайлы, сөнки ВТБ – дәүләт банкы һәм иң тәүҙә килем алыу менән түгел, эре инфраструктура объекттарын күтәреү менән ҡыҙыҡһына. Төркиә лә, төрөк фирмаларының төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын килтереү йәки стадионды күтәреү шарты менән, ВТБ-ға Өфөләге яңы стадион өсөн кредит бирергә әҙер.
Шулай итеп, республика үҙ бюджетынан яңы стадион төҙөү өсөн бер үк ваҡытта ярайһы уҡ сумманы түләмәйәсәк.Финанс мөмкинлектәрҙе Рәсәй һәм сит ил кредит ойошмалары бирәсәк.
Яңы стадион Башҡортостанда йыл әйләнәһенә спорт саралары, мәҙәни фестивалдәр үткәреү өсөн тейешле талаптарға яуап биргән урын буласаҡ.
– Спорт объекттарын төҙөү буйынса ҙур тәжрибә туплағанбыҙ, – тине Нихат Оздемир. – Әлеге ваҡытта Омскиҙа “Авангард” боҙ һарайын төҙөйбөҙ һәм тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға әҙербеҙ.
Радий Хәбиров “Өфө” футбол клубының директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағоловҡа киләһе аҙнала Башҡортостанға Төркиәнән рәсми делегацияның килеүе сиктәрендә төрөк коллегаларының спорт ҡоролмаларын төҙөү буйынса тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас