Спорт һәм туризм
18 Сентябрь 2020, 06:35

Афарин, Айгөл!

Юртаҡтарҙың елдәй елгәнен күҙәткәнегеҙ бармы? Әгәр юҡ икән, форсат килеп сыҡһа, ҡарарға кәңәш итәбеҙ.

Юртаҡтарҙың елдәй елгәнен күҙәткәнегеҙ бармы? Әгәр юҡ икән, форсат килеп сыҡһа, ҡарарға кәңәш итәбеҙ.


Быйыл “Терра Баш­ҡорт­остан” ат спорты турнирының һайлап алыу ярыштарында беренсе тапҡыр гүзәл зат вәкиле стартҡа сыҡты. Ул да булһа – 15 йәшлек ҡыҙ! Ошо һыбайлы Шишмә районы юртаҡтары үҙ-ара беренселек өсөн елдергәндә үк иғтибарымды йәлеп иткәйне. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ат менән уртаҡ тел таба белеүе һоҡландырғайны. Шуға Айгөлдөң һайлап алыу этабының ике ярышында ла – тыуған Шишмә һәм тағы биш район бәйге­селәре араһындағы уҙыштарҙа – еңеү яулауы ғәжәйеп хәл түгел. Шул ваҡытта күңелдә Айгөлдөң финал ярыштарында ла еңеп сығырына ышаныс ҡуҙлана биргәйне. Һөҙөмтәлә ул ошо өмөттәре­беҙҙе аҡланы – “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының икенсе этабының еңеүсеһе тип танылды!


Өс йәшенән ат менән дуҫлашҡан ҡыҙ былтыр ҙа был сарала ҡатнашҡайны, әммә финалға сыға алмағайны. Беҙ Айгөлдө ошо уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас