Һөжүм итеүсе Андрес Вомбергар Башҡортостандың футбол клубына былтыр ҡыш Словенияның “Олимпия”һынан килгәйне.
Хәҙер форвард ошо уҡ клубҡа кире ҡайтасаҡ. Баш ҡалабыҙҙа йыл ярым булған ваҡытта Андрес 31 матчта ҡатнашты һәм Рәсәй Премьер-лигаһында уйнағанда ике гол индерҙе.
– Команданы, ҡаланы, хеҙмәткәрҙәрҙе һағынасаҡмын. Бында бик яҡшы кешеләр эшләй, – тигән спортсы “Өфө” клубының матбуғат хеҙмәтенә биргән интервьюһында. – Бәлки, был футбол карьерамдағы иң яҡшы этап та түгелдер, әммә хис-тойғолар һәм кәйеф буйынса бер ниндәй ҡытыршылыҡтар юҡ.
“Өфө” командаһына килгәндә, ул Саранскиҙа “Тамбов” командаһы менән уйнағайны. Тик футболсыларыбыҙ майҙан хужаларынан 2:1 иҫәбе менән еңелде.
20 сентябрҙә “Өфө” баш ҡалабыҙҙа Мәскәүҙең ЦСКА командаһы менән осрашасаҡ.