Хоккей – спорттың иң ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс һәм һоҡландырғыс төрҙәренең береһе. Уны күптәр тиҙлек, етеҙлек һәм алдан күҙаллап булмаған һөҙөмтәләр өсөн ярата.
Рәсәйҙә иһә хоккей милли спорт төрөнә әйләнгән. Уның менән хәҙер хатта дәүләттең абруйы билдәләнә. Бында, шахматтағы кеүек, еңеү алгоритмын алдан билдәләү мөмкин түгел. Әммә бер нәмә көн кеүек асыҡ: һәр көйәрмән үҙенең яратҡан командаһының ғына беренселекте яулауын теләй.
13 сентябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Өфө-Арена”ла Омскиҙың “Авангард”ын ҡабул итте. Әйткәндәй, улар үткән миҙгелдә плей-офтың тәүге раундында “Салауат Юлаев” командаһынан еңелеп төшөп ҡалғайны. Был отолоуҙары өсөн “Авангард” хоккейсыларының реванш алырға тырышасаҡтарын алдан күҙаллағайныҡ.
Әммә тәүге осорҙа уҡ юлаевсыларҙың еңеүҙе ҡунаҡтарға бирмәйәсәгенә шаһит булдыҡ. Евгений Бирюков “Авангард”тың ҡапҡаһына тәүге шайбаны индерҙе. Аҙаҡ Теему Хартикайнен командабыҙ иҫәбенә ике шайба өҫтәне. Шулай итеп, “Салауат Юлаев” еңеү яуланы. Быға хоккейсыларыбыҙҙың үҙ боҙонда уйнауы ла булышлыҡ итмәйенсә ҡалманы. Айырыуса Маркус Гранлундтың оҫта уйнауы ярҙам итте.
Әйткәндәй, был матчта, сирләү сәбәпле, Филип Ларсен ҡатнашманы. Ә ул – командабыҙҙың төп уйынсыларының береһе.
“Салауат Юлаев” хоккей клубы ҡапҡасы Даниил Тарасовты команда составында күргеһе килә. Был хаҡта клубтың генераль директоры Александр Курносов хәбәр итте. Уның фекеренсә, был яҡташыбыҙ Финляндияла үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән.
15 сентябрҙә юлаевсылар “Өфө-Арена”ла Түбәнге Новгородтың “Торпедо” командаһы менән осрашты. Был матчҡа тиклем “Салауат Юлаев” биш уйындың дүртәүһендә еңеү яулап, Мәскәүҙең “Спартак” командаһынан ғына еңелгәйне.
Ә Түбәнге Новгород хоккейсылары биш уйындың икәүһендә генә еңеү яулағайны. Шуға “Салауат Юлаев”тың “Торпедо”ны еңеренә өмөтләнгәйнек. Был уй-ниәттәребеҙ аҡланды: ҡунаҡ команданы 6:2 иҫәбенә оттолар. Матчтың уртаһына тиклем тиерлек иҫәптә ошондай ҙур айырма булыр тип уйламағайныҡ. Александр Кадейкин, Маркус Гранлунд (ике), Теему Хартикайнен (ике), Сакари Маннинен – шайба хужалары. Һөҙөмтәлә “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһы таблицаһында өсөнсө урынды биләне.
Кисә юлаевсылар Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ы менән уйнаны.