Спорт һәм туризм
18 Сентябрь 2020, 06:37

Мәргәндәр, һеҙҙең өсөн!

19–20 сентябрҙә Иглин районының Иван-Казанка ауылында бишенсе тапҡыр “Мәргән уҡсы” республика фестивале уҙғарыласаҡ.

19–20 сентябрҙә Иглин районының Иван-Казанка ауылында бишенсе тапҡыр “Мәргән уҡсы” республика фестивале уҙғарыласаҡ.


Республикабыҙға Рәсәйҙән генә түгел, Ҡа­ҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙән дә ҡатнашыусылар киләсәк. Фестиваль сиктәрендә өс номинация буйынса турнир уҙғарыласаҡ. Спорт һөйөүселәр уҡ атыуҙа ғына түгел, аттарҙа елеп барған килеш тә үҙенең оҫталығын һынай аласаҡ.


Фестивалдең иң мәргән уҡсылары тип табылғандар уҡ атыу буйынса төбәк һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашасаҡ.
Читайте нас