Бөгөн чемпионаттың иң ҡыҙыу матчтарының береһе булды.
Ике күрше республика командалары Ҡазанда “Татнефть-Арена”ла осрашты. Матч Мәскәү ваҡыты менән 19.00 сәғәттә башланды. Әйткәндәй, былтыр Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионатында “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барыҫ” алты тапҡыр осрашҡайны.
Был уйынға тиклем “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда – “Торпедо”ны, “Аҡ Барыҫ” хоккейсылары “Сочи” командаһын “ҡыйратҡайны”. Ике команда ла быға тиклем берешәр тапҡыр ғына еңелгәйне. Улар икеһе лә турнир таблицаһында – алдынғы урындарҙа. Көнсығыш конференцияһы турнирында кем лидер булып ҡаласаҡ? Көйәрмәндәр тап ошо һорауға яуапты алдан күҙалларға тырышты. Әммә был һорауға яуап матч тамамланғас ҡына табылды.
“Салауат Юлаев”тың һөжүм итеүсеһе Теему Хартикайнен беренсе голды “Аҡ Барыҫ” ҡапҡаһына индерҙе. Уға был шайбаны индерергә Маркус Гранлунд менән Сакари Маннинен ярҙам итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоккейсыларыбыҙ бер генә шайба индерә алды. Уйын 4:1 иҫәбе менән “Аҡ Барыҫ” файҙаһына тамамланды.