Сарала Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Молдованан һәм Үзбәкстандан 12 команда ҡатнашты. Турнирҙа Санкт-Петербург командаһы еңеүсе тип табылды.
“Союздаш республикалар кубогы” – ҡыҫҡа ваҡытта үткәрелә торған спорт сараһы. Беренсе көндә командалар төркөмдәрҙә ярышһа, икенсе көндә плей-офҡа сыҡҡандар үҙ-ара көс һынашты. Сирекфиналда “Өфө” командаһы Молдова спортсыларын еңде һәм ярымфиналда Ҡазандың “Уҡ” коллективы менән осрашты. Күрше республика командаһы көслөрәк булып сыҡты. Шуныһы үкенесле: “Өфө” финалға сығыр алдынан ғына, һуңғы секундтарҙа, еңелде.
Шулай итеп, төп бүләк һәм бер миллион һумлыҡ приз Санкт-Петербургка китте. “Нарвская застава” командаһы 95:5 иҫәбе менән ышаныслы еңеү яуланы. Ҡазандан “Уҡ” – икенсе, “Кубань” командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Турнирға Англия, Франция, Шотландия, Швейцария кеүек башҡа илдәрҙән спортсылар килергә тейеш. Тик улар, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, был халыҡ-ара сарала ҡатнаша алманы.
Әйткәндәй, регби республикабыҙҙа ныҡлап “тамыр йәймәгән” әле. Әгәр уның буйынса һөнәри команда тупланһа, кем белә, әллә күпме еңеүҙәр яуланыр.