Бөгөн Мытищи ҡалаһында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Куньлунь Ред Стар” хоккейсылары менән осрашты.
Континенталь хоккей лигаһы матчтары дауам итә. Көйәрмәндәр үҙҙәренең яратҡан командаһының һәр уйында еңеүен түҙемһеҙләнеп көтә. Бөгөн хоккейсыларыбыҙ ҡаршы уйнаған Ҡытай командаһына килгәндә, ул алты тапҡыр рәттән еңелеп, Көнсығыш турнир таблицаһының һуңғы “баҫҡыс”ын биләй ине.
Бөгөн иһә Пекин командаһы етенсе тапҡыр еңелеүгә дусар булды. Матч “Салауат Юлаев” иҫәбенә 3:2 менән тамамланды. Командабыҙ буллиттар серияһында еңеү яуланы. Владимир Жарков, Маркус Гранлунд, Дмитрий Кугрышев – гол хужалары.
Шулай итеп, “Салауат Юлаев” барлығы ете матч үткәрҙе һәм ике тапҡыр ғына еңелде.