22 сентябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Өфө-Арена”ла “Сочи” менән осрашты.
Был матч алдынан яңылыҡтар ҙа булды: хоккейсы Маркус Гранлундты Родион Әмировҡа алмаштырҙылар. Бының сәбәбе: Маркус Гранлундтың коронавирус инфекцияһы менән сирләү ихтималлығы. Унан тыш, “Салауат Юлаев”тың баш тренеры Томи Ламса менән хоккейсы Данила Башкировта ла, Ҡазандан “Аҡ Барыҫ” һәм Мытищи ҡалаһынан “Канлунь Ред Стар” командалары менән матчтарҙан һуң анализ биргәс, “COVID-19”ға ыңғай һөҙөмтә биргән. Тренер менән уйынсылар диагнозды раҫлау өсөн йәнә өҫтәмә медицина тикшереүенә ебәрелгән. Улар әле – изоляцияла. Был хаҡта клубтың генераль директоры Александр Курносов хәбәр итте.
Тренерҙар штабына хәҙер ваҡытлыса Виктор Козлов етәкселек итә. Сираттағы “Сочи” менән матч алдынан юлаевсылар, ҡунаҡ хоккейсылар менән сағыштырғанда, бер тәүлеккә күберәк ял иткәйне, өҫтәүенә улар үҙ боҙонда уйнаны. Шуға еңеүгә өмөт иткәйнек. Тик 3-сө шайба командабыҙ ҡапҡаһына ингәс кенә юлаевсылар ҡыҙыуыраҡ уйнай башланы кеүек тойолдо. Шулай итеп, матчтың өсөнсө осоро “Сочи” командаһы файҙаһына 3:1 менән асылды. Оҙаҡламай Дмитрий Кугрышев икенсе шайбаны индерҙе. Ә беренсе шайбаның хужаһы Сакари Маннинен ине. Әммә бөгөнгө уйын командабыҙға еңеү килтермәне: матч “Сочи” иҫәбенә 3:2 иҫәбе менән тамамланды.
24 сентябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Трактор” менән уйнаясаҡ.