Өфөнөң Орджоникидзе районындағы “Нефтсе” стадионы биләмәһендә йыл әйләнәһенә эшләгән футбол манежы төҙөлөшө дауам итә. Объектта эш быйыл апрелдә башланғайны.
Ҡыйыҡлы футбол манежы Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә һалына. 6,5 мең квадрат метрлыҡ бинаның ҙур өлөшөн яһалма япма түшәлгән футбол майҙаны биләй. Проектта шулай уҡ кейем алмаштырыу, душ, тренер, инвентарь бүлмәләре, дөйөм файҙаланыу урындары, гардероб, вестибюль, медицина пункты һ.б. ҡаралған.
Әле объектта күнекмәләр майҙанының иҫке япмаһы, яҡтылыҡ мачтаһы, металл ҡойма һәм трибуналар һүтеп алынған. Нигеҙ соҡоро ҡаҙыла, стеналар, нигеҙ монтажана. Төҙөүселәр манеждың металл конструкцияларын ҡора башлаған. Төҙөлөштө 2022 йыл аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр.
Әйткәндәй, был объект республикала тәүге дәүләт манежын тәшкил итәсәк.