Спорт һәм туризм
24 Сентябрь 2020, 19:05

Иң көслө уйынсыбыҙ ҡатнашмаһа ла...

Бөгөн “Салауат Юлаев” менән “Трактор” командалары уйнаны.

Бөгөн “Салауат Юлаев” менән “Трактор” командалары уйнаны.
Был матчты көйәрмәндәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтөп алды. Һуңғылары теге йәки был команданың бер шайба айырмаһы еңеүе менән тамамланғайны. Ә был уйын миҙгелен “Трактор” яҡшы уҡ башламаны, шулай ҙа һуңғыларында үҙенең хәлен яҡшыртты.
Был матч алдынан Теему Хартикайнен, бер аҙ йәрәхәтләнеүе сәбәпле, уйында ҡатнашмаясаҡ тип хәбәр иткәйнеләр. Ә ул, белеүебеҙсә, Континенталь хоккей лигаһының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе. Үкенескә ҡаршы, был һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа әйләнде. Һөҙөмтәлә хокейсыларыбыҙ сираттағы ҡунаҡтар менән сираттағы матчты иң көслө уйынсыбыҙҙан тыш башланы.
Шулай ҙа бирешмәнеләр: еңеү беҙҙә - 3:1.
Фото:74.ru.
Читайте нас